Кеше үлем тураһында ҡасан уйлана башлай икән? Аң инеп, әжәл барлығын белгәс тә. Бала саҡта, йәш саҡта был уй һирәк инеп сығалыр. Ә бына ғүмер көҙө килгәс...
Һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлай башлағас үлем тураһында йыш иҫкә алам. Юҡ, ҡурҡмайым. Үлемде ҡабул итер ваҡыт та етә икән ул. Әммә ғүмер буйы үҙемдең бик күпте кисереп, яуызлыҡҡа бер нисек тә яуап ҡайтармауыма ҡыуанам хәҙер.
Мин төпсөк малайға кейәүгә сыҡтым. Хәҙерге һымаҡ йәштәргә айырым торлаҡ биреп, сығарып ебәреү ҡайҙа. Миңә лә килен булыуҙың бар әсеһен һәм сөсөһөн татырға тура килде. Ҡәйнәмә мин тәүҙән оҡшаманым. Иң тәүҙә етем булғаным өсөн. Эйе, ата-әсәйем бик иртә үлеп, етем үҫтем. Ҡәйнәм тәү күргәндә үк “Был етемәктән ни файҙа? Исмаһам, уға киткән мәһәр өсөн бер быҙау алһаҡ, һуғымға һуйыр инек” тине.
Ирем ҡәйнәмдең миңә әйткән әсе һүҙҙәренә ҡайһы саҡта ҡыҙа башлаһа, мин ипләп кенә туҡтата инем. “Минең өсөн әсәйеңә һүҙ әйтмә” тип килдем. Белмәйем, ҡайҙан килгәндер ундай аҡыл йәш саҡтан уҡ? Был минең етемлек әсеһен татыуҙандыр, күрәһең. Сөнки ҡәйнәмдең иремде нисек яратыуын, уға ипләп кенә ҡағылып алыуын йә арҡаһынан һөйөп алыуын күрә инем. Ирем ситтә оҙағыраҡ йөрөп ҡайтһа, ҡәйнәм уны ҡосаҡлап алһа, ситтән илай яҙып күҙәтер инем. Шул тиклем минең дә әсәйем булыуын һәм ошолай ҡосаҡлауын теләй торғайным. Ҡәйнәмдең миңә һүҙ ташлауы улын ҡыҙғанғандан ғына килгәндер тип уйлайым.
Ҡәйнәм мәрхүмә булғансы бергә йәшәнек. Ул бер нисә ай түшәктә ятты. Мин уны бар күңелдән яратып тәрбиәләнем. Ҡарап киткән фельдшер ҙа “өйөгөҙҙә түшәктә ятҡан кеше бар тип әйтмәҫһең дә, бер еҫ юҡ, ҡәйнәң дә бер зарланмай” тиер ине.
Мәңгелек донъяға күсер алдынан ҡәйнәм: “Фатихамды бирәм, ҡыҙым” тине. Уның тәүге һәм һуңғы мәртәбә “ҡыҙым” тип әйтеүе булды. Әммә ул миңә шул тиклем бәхет тойғолары бирҙе. Тимәк, ул мине ҡабул итте!
Хәҙер үҙемдең ғүмер көҙөм етте. Иптәшемде ҡәҙерләп ерләнем. Яңғыҙ йәшәйем. Балаларым өгөтләһә лә улар менән йәшәгем килмәй. Түшәккә ятып уларға ауырлыҡ тыуҙырмаһам булды тип Аллаһы Тәғәләнән ялбарып йәшәйем.
Ҡәйнәмә бер асыу, бер үпкә тотмай йәшәй алыуға көс биргән өсөн дә Хоҙайға рәхмәтлемен.
Ғүмер тиҙ генә үтә лә китә ул. Мин дә кисә генә йәш килен инем. Ә бөгөн мәңгелек донъяға йыйынам. Шуға күрә ошо ғүмер көҙөн тыныс ҡаршы алыу өсөн сабыр булығыҙ, балалар. Бер-берегеҙгә яуызлыҡ ҡылмағыҙ, кешеләр, рәнйетмәгеҙ бер кемде лә. Гонаһ алмағыҙ. Үкенескә ҡалмаһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.