Бөтә яңылыҡтар

Артымдан егеттәр күп йөрөнө

тик береһе лә миңә өйләнергә теләмәне...

Артымдан егеттәр күп йөрөнө
Артымдан егеттәр күп йөрөнө

Ғүмерем заяға ғына уҙҙы

Бала саҡтан иғтибар үҙәгендә булдым. Ике ағайым һәм апайымдан бик айырыла инем. Уларҙан ғына түгел, бар ауыл балаларынан да. Беҙҙең яҡтарҙа барыбер ҡуңыр йөҙлө һәм ҡуңыр тәнлеләр күберәк (быны кемделер рәнйетер өсөн әйтмәйем, дөрөҫ аңлағыҙ, зинһар).

Ә мин ап-аҡ йөҙлө һәм күҙҙәрем берсә зәңгәр, берсә йәшел, берсә шәмәхә төҫөн алыуы менән айырыла ине. Үҫмер осорона еткәс буйға тартылып, нәҙекәй билле бик һылыу ҡыҙға әүерелдем. Үҙемде әллә ниндәй сәхнәләрҙә, бик матур егеттең кәләше итеп күҙ алдына килтерә торғайным. Мәктәптә уҡығанда ауыл малайҙарын үҙем эшкә һанаманым. Институтта бер егетте ныҡ яраттым. Ул ҡаланыҡы ине. Көн дә ятаҡҡа килеп йөрөнө. Мин уның минең өсөн килеүенә ышана инем. Ә бер көн ул мине әхирәтем менән таныштырыуҙы үтенде. Эй, илауым шунда! Әхирәтем ямаҡай ғына, бер һәпрә ҡыҙ ине. Ә ҡаланың иң шәп егеттәренең береһе уны һайланы!

Эшләй башлағас та егеттәр, унан йәш ирҙәр минең менән танышты, әммә береһе лә минең менән тормош ҡорорға теләмәне. Ниңәлер һәр саҡ янымдағы әхирәттәрҙе һайланылар. Улар яманыраҡ булһа ла. Утыҙҙан үткәс бер ир менән донъя ҡороп ҡараным. Әммә уңманым. “Туңһың һин. Хатта ҡосаҡлағы ла килмәй, һалҡын бәреп тора”,-тип ташлап китте.

Эй, шунда илағаным! Мин уны кеше тип һанап сыҡҡан булдым бит әле. Йөрөгән бер хәйерсегә. Ә ул эшкә һанамай сығып китте. Ғәрлеге ни тора!

Хәҙер иллене үттем. Бала ла юҡ, ир ҙә. Был матурлығымдан ни файҙа булды инде... Бар ғүмерем заяға ғына уҙҙы...

Һылыубикә.

 

Автор:
Читайте нас: