Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Яратам" тип әйтергә килдем...

- Теләйһеңме, мин уға шылтыратам да, ҡайтмайым тип әйтәм? Һине яратыуымды әйтәм?! - Юҡ, Гөлназ! Мин дуҫыма ундай этлек ҡыла алмайым. Руслан ҡапыл эскәмйәнән торҙо. Унан миңә боролоп та ҡарамай парктан сығып китте. “Кит, әйҙә, кит! Ә мин Айнурға кейәүгә сығам һәм һине онотам!”-тип оҙаҡ иланым паркта. Туйыбыҙға Руслан ҡатыны менән килде. Татыулашҡандар икән. Мине вальсҡа саҡырҙы. Тик ҡулдары ла, үҙе лә үҙәккә үтерлек һалҡын һәм ҡырыҫ ине. Шунан һуң мин уны башҡа күрмәнем...

"Яратам" тип әйтергә килдем...
"Яратам" тип әйтергә килдем...

(хикәйә-фантасмагория)

Нимәгә килдем мин был паркка? Егерме йыл ваҡыт үтеп китте бит. Барыһы ла үҙгәргәндер инде. Ә теге эскәмйә? Бармы икән ул? Юҡтыр?

Һаҡ ҡына атлап, эскә үтәм. Ысынлап та барыһы ла үҙгәргән. Уның ҡарауы ағастарға ышыҡланған таныш һуҡмаҡ һаҡланған. Баҫырғамы уға – юҡмы? Үлгәндәр үҙ донъяһында йәшәргә тейеш, уларҙы борсорға ярамай тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.

Хәтирәләр мине шашындырған да, уттан алып боҙло һыуға һалған да, егерме йыл элек шаулаған көҙгә алып килде. Эй, хыялый саҡтар! Ошо мәлдә минең бар яҙмышым кинәт үҙгәрә яҙҙы бит. Ул саҡта мин буласаҡ ирем Айнур менән магазиндарҙа йөрөп арманһыҙ булып, автобус туҡталышына килеп торғайныҡ. Шул саҡ:

- Айнур, дуҫ! Был һинме ул?!-тигән тауыш яңғыраны.

Егеттәр ҡосаҡлашып алды. Мин ситтә торам. Айнур йылмайып:

- Гөлназ, таныш бул! Был минең мәктәп йылдарындағы иң яҡын дуҫым – Руслан. Ә был минең кәләш – Гөлназ—тине.

Русландың ҡулы миңә һуҙылды. Ипләп кенә уға үҙ ҡулымдды һондом. Шул саҡ Русландың миңә текләп ҡарағанын тойҙом. Ҡараштарыбыҙ осрашты. Уның зәңгәр күҙҙәре минең йөрәгемә үтеп инде. Ҡулымды ла оҙағыраҡ ебәрмәй торҙо ул.

Руслан Айнурҙың һорауҙарына яуап бирә башланы. Эйе, өйләнгән, улы бар, әлегә фатирҙары юҡ, шуға күрә алыҫ туғанына йәшәргә ингәндәр. Айнур мине ҡосаҡлап:

- Ә беҙҙең туй – өс айҙан! Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Гөлназым тиҙҙән закон алдында ла минеке буласаҡ.

Айнурҙың “минеке” тигән һүҙе ҡолағымды ярып үткәндәй булды. Оҡшаманы. Ҡосаҡлаған ҡулын бушатып, ситкәрәк баҫтым.

- Руслан, һин мотлаҡ беҙҙең туйға килергә тейеш. Ҡатының менән!

Беҙ килеп туҡтаған автобусҡа инеп ултырҙыҡ.

Русландың ҡарашы минең башты әйләндерә, күңелдә дауыл уята ине. Беҙ юғалғансы ҡарап ҡалды ул.

 

Руслан менән магазиндан сығып килгәндә ҡапыл осраштыҡ. Икебеҙ ҙә әллә нимә эшләнек тә ҡуйҙыҡ. Унан ул ҡапыл мине етәкләп алды ла:

- Киттек паркка!-тине.

Шул саҡта ошо һуҡмаҡ буйлап барып, ағастар төпкөлөнә йәшеренгән эскәмйәне барып таптыҡ.

Мин Русландың ҡатыны менән айырылғанын, хәҙер уға улы менән осрашырға бирмәүен белдем.

- Көн-төн эшләһәм дә, фатирым да, машинам да юҡлығы ҡатынымды ныҡ асыуландырҙы. “Эшкинмәгән, ялҡау кешегә сыҡҡан икәнмен” тине ул. Ауыр, әлбиттә. Улымды һағынам.

Өс ай буйы осраштыҡ беҙ паркта. Нимә хаҡында һөйләштек? Белмәйем, хәтерләмәйем. Ул саҡта ла нимә тураһында һөйләшкәнебеҙ иҫемдән шунда уҡ сыға ине. Әммә беҙгә шул тиклем рәхәт ине бергә! Уның ҡарашы, атлап йөрөүе, айырыуса еҫе – тик минеке ине! Бар йәнлектәр ҙә үҙ ишен шул еҫ буйынса таба, тиҙәр. Хәйер кешеләр ҙә. Тик беҙ цивилизацияға һылтанып, быны инҡар итәбеҙ, танымайбыҙ. Русланымдың еҫен мин әллә ҡайҙан тоя инем. Ул был донъяға минең өсөн яратылған ине, ә мин уның өсөн.

- Миңә ҡайтырға кәрәк...

Айнур бүләк иткән сәғәткә текләйем. Руслан ипләп кенә сәғәтемде ысҡындырып алды:

- Әйҙә, мин уны ташлайым! Ваҡытты күрһәтеп, һине минән бер ҡасан да айыра алмаһын.

- Айнурға нимә тип әйтермен?..

Тауышым көсһөҙ генә сыға.

Руслан сәғәтте кире кейҙерә һәм ҡулымды әйләндереп усымдан үбә. Уның ирендәренең ҡайнарлығынан башым әйләнә. Айнур тураһында әйтеп мин беҙҙең мөнәсәбәттәргә кәртә ҡуйҙым. Быны Руслан да яҡшы аңланы.

- Мин иртәгә шылтыратырмын, Гөлназ. Айнур ишетмәгәндә...

Ул ҡапыл боролоп, шәп итеп йүгереп китте.

Икенсе көнөнә, алдан килешеп-һөйләшеп ҡуймаһаҡ та, тағы паркта осраштыҡ. Икебеҙ ҙә бер үк мәлдә яратҡан урыныбыҙға килдек. Бер-беребеҙгә ташландыҡ. Ул мине күтәреп өйрөлтә башланы. Ирендәр ҡушылды...

Һуңғы тапҡыр туйыма бер аҙна тигәндә осраштыҡ. Хәтһеҙ ваҡыт үткәнен тойоп, мин ипләп кенә сәғәтемә ҡараным.

- Айнур көтәлер?

- Теләйһеңме, мин уға шылтыратам да, ҡайтмайым тип әйтәм? Һине яратыуымды әйтәм?!

- Юҡ, Гөлназ! Мин дуҫыма ундай этлек ҡыла алмайым.

Руслан ҡапыл эскәмйәнән торҙо. Унан миңә боролоп та ҡарамай парктан сығып китте. “Кит, әйҙә, кит! Ә мин Айнурға кейәүгә сығам һәм һине онотам!”-тип оҙаҡ иланым паркта.

Туйыбыҙға Руслан ҡатыны менән килде. Татыулашҡандар икән. Мине вальсҡа саҡырҙы. Тик ҡулдары ла, үҙе лә үҙәккә үтерлек һалҡын һәм ҡырыҫ ине. Шунан һуң мин уны башҡа күрмәнем.

 

Ун йыл самаһы үткәс, Русландың ҡатыны шылтыратты:

- Гөлназ? Һин белергә тейешһең. Кисә Руслан китеп барҙы. Ҡапыл йөрәге туҡтаған тинеләр. Унан алда оҙаҡ итеп һеҙҙең туй фотоғыҙҙы ҡарап ултырҙы. Ҡасандыр ул фотоны Руслан Айнурҙан һорап алғайны. Мин ул саҡта сит кешеләрҙең туй фотоһын нимә итә икән, тип аптырағайным. Хәҙер барыһын да аңланым. Бөгөн ерләйбеҙ. Хушлашырға кил!

Барманым. Русланды үле килеш күрергә көсөм етмәне. Барһам – минең дә йөрәгем шунда уҡ туҡтар ине.

Бөгөн Русландың үлгәненә егерме йыл. Бына ул парк һәм һуҡмаҡ. Мин унан һаҡ ҡына үтеп беҙҙең эскәмйәгә яҡынлайым. Уның ситендә ... Руслан!

- Нисек?!

- Гөлназ, һин бәхетлеһең, беләм. Айнур шәп кеше булып сыҡты. Һине бәхетле итә алды. Балаларың да аҡыллы һәм тәрбиәле. Мин ваҡыты-ваҡыты менән һеҙҙе тәҙрәнән ҡарап алам...

- Беҙ туғыҙынсы ҡатта йәшәйбеҙ...

- Минең кеүектәр өсөн барыбер ул. Хатта йөҙөнсө ҡатта йәшәһәң дә. Бөгөн мине һинең менән осрашырға ебәрҙеләр. Рөхсәт иттеләр. Бындай мөмкинселек бер мәртәбә генә бирелә. Эшләнмәй ҡалған мөһим эшең, әйтер һүҙҙәрең ҡалһа. Мин дә һиңә әйтеп өлгөрмәнем. Мин яратам һин, Гөлназ!

Ул мине ҡулымдан алды. Русландың ҡулдары йылы булыуы һиҫкәндерҙе.

- Һуң һин бит үлдең!

- Һин шулай тип уйлайһыңмы? Хәтерләйһеңме, мин һиңә элек тә үлем юҡ ул тип әйтә инем. Кеше икенсе ваҡыт киңлегенә күсә генә. Бөгөн беҙҙең төрлө ваҡыттағы киңлектәребеҙ осрашты һәм күрәһеңме бер нәмә үҙгәрмәгән: парк, эскәмйә... Һин дә минең киңлеккә күскәс, беҙ тағы осрашасаҡбыҙ һәм бергә буласаҡбыҙ. Әлегә, хуш! Мин яратам һине, Гөлназ. Ҡайҙалыр, икенсе киңлектә һине яратҡан Русланың барлығын онотма...

Ул ҡапыл юҡ булды.

- Мин дә яратам һине, Руслан! Бөгөн һәм мәңгелеккә...

 

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: