Яҙмыш һуҡмағы
Көслөләр бөгөлә, әммә һынмай...
Кешелеклелек һәр саҡ алдынғы һыҙыҡта ҡала. “Юҡ, хәҙер байҙар заманы! Кем аҡсалы, шул еңә”, тиһәләр ҙә, йөрәк түренән урғылып сыҡҡан саф хистәр барыбер еңгәненә ышанам. Күп осраҡта беҙ уны һиҙмәйбеҙ генә. Был донъяла эшләгән бар эштәребеҙ өсөн барыбер яуап тотабыҙ. Тик бына ҡылынған ҡылыҡтарыбыҙ өсөн яҙмыш һуҡтырыуын ғына аңламайбыҙ.
Бик күпте кисергән, яман уйлыларҙың ҡара эше арҡаһында күп тапҡыр йығылып та, барыбер кире аяғына баҫа алған әхирәтем миңә һәр саҡ үрнәк. Уның менән һөйләшеү күңелгә шул тиклем һиллек бирә. Ул һәр кемде аңлай, аҡлай һәм ғәфү итә. “Кешегә асыуланып, үс тотоп йөрөүҙән Аллам һаҡлаһын! Күҙ алдына килтер - күпме энергияң буштан-бушҡа ситкә оса! Ә бына кешеләргә ярҙам итһәң, йәнең бер нисә көн талпынып-талпынып йөрөй. Беләһеңме, бер нисә ай элек мин бер ғәжәйеп кеше менән танышҡайным. Уға ҡул һелтәгәндәр ине. Ә хәҙер беләһеңме ул нисек күтәрелеп китте! Бөгөн миңә 101 рауза сәскәһе һәм тәмле шоколад бүләк итте. Мин һиңә нисек бар, шулай һөйләйем, ә һин яҙ! Аңлағандар фәһем алыр”.
Их, шул тиклем яратам мин уны! Янымда шундай дуҫтарымдың булыуы менән бәхетлемен. Әхирәтемде иҫем китеп, йотлоғоп тыңланым.
...Иртәнге сәйгә печенье һатып алырға маркетҡа йүгереп ингәндә, был иргә шунда уҡ иғтибар иттем. Кассир минең ҡарашымды күреп: “Бик бай кеше ине. Әммә хәҙер ул банкрот булды. Ҡалған аҡсаһына көн дә килеп иң ҡиммәтле коньякты һатып ала. Үәт, алйот”,-тине.
Мин тышҡа сыҡтым. Ир шешәһен эскәмйәгә ҡуйып туҡтап ҡалған ине.
- Ҡиммәтле, әммә сифатһыҙ,-тинем коньякка төртөп.
- Ҡайҙан ундай белем?
- Бер йылдан ашыу ошо продукцияның пиар компанияһында эшләнем. Айырам.
- Ҡыҙыҡ.
- Ә ни өсөн һеҙ бындай ҡиммәтле коньякты алаһығыҙ?
- Өйрәнгәнмен. Дуҫым уйламаған ерҙә аяҡ салды, партнерым ҙур аҡса менән алданы, ҡатыным ташланы, унан һуң осраша башлаған һөйгәнем машинамды онтаны.
- Шул ғынамы?
- Ә был аҙмы ни?
- Һеҙ дуҫ булып ҡыланып ҡына йөрөгән кешенән ҡотолғанһығыҙ. Иң ауыр мәлдә ташлаған ҡатынығыҙ һеҙҙе яратмаған. Уның янығыҙҙа булмауы һәйбәт. Сөнки, иртәме-һуңмы, ул һеҙҙе барыбер ауыр хәлгә ҡалдырып ҡасыр ине. Һөйгән ҡыҙығыҙ машинаны ғына онтаған, ә үҙе тере. Онталған машина – тимер генә, ә кеше ғүмере ғәзиз. Ә партнерығыҙҙың һеҙҙе алдауы – һеҙ яҙмыш алдындағы бурысығыҙҙы ун йыл алдан түләп ҡуйғанһығыҙ. Артабан ундай тетрәнеүҙәр булмаясаҡ.
- Ә һеҙ һәр нәмә өсөн хаҡ түләргә кәрәк тип уйлайһығыҙмы?
- Әлбиттә. Мин дә һеҙҙең кеүек үк хәлдә булдым. Әммә беҙ икебеҙ ике юлды һайлағанбыҙ: һеҙ эсә башлағанһығыҙ, ә мин шул иҫерткес эсемлектәргә реклама яһап, аҡса эшләнем. Әммә бындай аҡса бик үк “таҙа” булмауын аңланым һәм яратҡан шөғөлөмдө таптым.
- Бәлки, кофе эсеп алырбыҙ.
Артабан һөйләшеүебеҙ кофе эсеп дауам итте. Бер аҙ өндәшмәй ултырғас яңы танышым:
- Ә ни өсөн һеҙ минең менән һөйләшеп киттегеҙ?-тип һораны.
- Мин һеҙҙең тамам түбән тәгәрәүегеҙгә ышанманым.
- Ә ни өсөн ышанманығыҙ? Миңә барыһы ла ҡул һелтәне күптән.
- Сөнки көслө кешеләр бөгөлһә бөгөлә, әммә һынмай. Улар ваҡытында туҡтай белә.
Ир устары менән күҙҙәрен ҡапланы. Мин уның күңеле тулғанын аңлай инем. Өндәшмәнем. Ул:
- Минең әсәйем атайыма йыш ҡына шулай тип әйтә торғайны.
- Ә һеҙ атайығыҙҙың улы. Тимәк, был һүҙҙәр һеҙгә лә ҡағыла.
Ул йылмайҙы ла:
- Ҡайһылай ваҡытында күктән килеп төштөгөҙ әле, Фәрештә,-тине.
Беҙ тағы оҙаҡ һөйләшер ҙә һөйләшер инек. Сөнки ул бик аҡыллы кеше булып сыҡты. Әммә миңә эшкә йүгерергә кәрәк ине.
Ул мине оҙатҡанда:
- Ә һеҙ бит минең юлымда осраҡлы килеп сыҡманығыҙ?-тип ялбарып ҡараны.
Һуңғы тамсы ышаныс һәм өмөт бирергә кәрәк ине уға.
- Әлбиттә, был минең яҙмыш алдымдағы түләүем.
- Фәрештәләр ҙә түләйме ни?-тип һораны ул йылмайып.
- Әлбиттә, хатта ҡайһы саҡта хаҡты икеләтә түләргә тура килә.
Уның менән һаубулашып урамға сыҡҡас та, ярһып илай башланым. Әммә мин миңә сәйер итеп ҡараған кешеләрҙән күҙ йәштәрем өсөн оялманым. Сөнки был таҙарыныу йәштәре ине. Осраҡлы рәүештә танышҡан кешегә өмөт, ышаныс, киләсәк бирә алғанымдан йәнем сафланып иланы ла иланы...
Гүзәл Иҫәнгилдина.