Таныш ҡатындың үҙ башынан үткәндәрен һөйләүе әле лә күңелемдән сыҡмай. Ҡот осмалы хәл: ышанырғамы-юҡмы, әммә танышым шул хәлдәрҙе бөгөнгөләй хәтерләп, уйланып йәшәй. Был мәл уның йөрәгенә лә, яҙмышына ла мәңге уңалмаҫ эҙ ҡалдырған. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның бәйән итеүҙәре.
- Өфөлә училищела белем алғандан һуң мине сит районға эшкә йүнәлттеләр. Бер өлкән инәйгә фатирға урынлаштырҙылар. Бер үҙемә бүлмә өсөн түләргә ҡиммәт була тип йөрөгәндә, йәш фельдшер ҡыҙ эшкә килде. Уның менән бергә йәшәй башланыҡ. Көнө буйы эштәбеҙ, кискеһен йәштәргә клубта саралар үткәрергә ҡушалар, шуға күрә өйҙә һирәк була инек. Башҡорттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ауылда, төрлө милләт кешеләре тупланған, күпселекте сыуаштар, марыйҙар тәшкил итә ине. Әбей өйҙө таҙа тота ине, ашарға ла бешерҙе. Тик мин ул әҙерләгән аш-һыуҙы ашай алманым, күңелем тартманы. Сәй ҡайнатам да, икмәккә ҡушып тамаҡ ялғайым. Фельдшер ҡыҙ: “Ҡоро һөйәккә ҡалдың бит. Әбейҙең аштары тәмле ул! Әллә нимәгә ашамаған булаһың!”-тип рәхәтләнеп ашай.
Бер көн ауыл клубы янып юҡҡа сыҡты. Беҙҙең кистәребеҙ бушап ҡалды. Был әбейгә оҡшап етмәне, буғай. “Хәжәтегеҙгә биҙрә ҡуйығыҙ ҙа, төнөн минең яҡҡа сығып йөрөмәгеҙ!”-тине. Уны тыңлап буламы инде! Бер төн фельдшер ҡыҙыҡай мине уята: “Әйҙә, тышҡа сығып инәйек, бер үҙем ҡурҡам”.
Сыҡтыҡ. Айҙың тулған төнө. Тирә-яҡ яп-яҡты. Тупһаға етеп барғанда артта ырылдау тауышын ишеттек. Боролоп ҡараһаҡ, уҫлаптай бүреме-этме ултыра. Ул ҡапыл беҙҙең өҫкә ташланды. Мин ситкә ялтанып ҡалдым. Хайуан фельдшер ҡыҙыҡайҙы йығып алған. Мин тупһа эргәһендә торған көрәкте күрҙем дә, шуның менән алып тондорҙом. Бүлмәләште ҡулынан һөйрәп тигәндәй өйгә индерҙем дә, әбейҙе уятайым тип бүлмәһенә йүгереп индем. Ә ул юҡ! Нисек инде? Өйҙөң келәһе эстән бикле ине, әбей нисек сығып киткән. Тышта бүре олоған тауыш ишетелде. Таңға тиклем бер-беребеҙгә һыйынышып, ҡалтырап ултырҙыҡ та, йоҡлап киткәнбеҙ. Уянғанда ҡояш яҡтырып тора ине. Бүлмәләш ҡыҙҙың ҡулындағы, тәнендәге хайуандың тырнаҡ эҙҙәре генә беҙҙең ниҙәр кисереүебеҙҙе хәтерләтте. Икенсе бүлмәгә сыҡһаҡ, әбейебеҙ ултыра. Төнгө хәлде һөйләйек тип ауыҙымды астым да, туҡтап ҡалдым. Сөнки әбейҙең яулығы аҫтында башы бәйләнгәне күренеп тора, ә унда ҡан эҙҙәре. Әбей беҙгә ауыр ҡараш ташланы ла, бер ни ҙә өндәшмәне. Беҙ ҙә шаңҡып ҡалдыҡ. Ошо уҡ көндө әйберҙәребеҙҙе төйнәп сығып киттек. Әбей бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Тиҙҙән мин ауылыма ҡайтып киттем.
Фельдшер ҡыҙыҡай менән хат алышып торҙоҡ. Бер нисә айҙан ул миңә яуап бирмәй башланы. Һуңынан уның көндән-көн ябығып-һарғайып барып үлгәнен ишеттем. Табиптар ауырыуын да билдәләй алмаған. Мин дә оҙайлы йылдар ҡурҡыныс төштәр менән һаташып йәшәнем. Аллаға шөкөр, барыһы ла үтте.
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.