Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйем ҡойған ҡоймаҡтар

Әсәйем менән ике ай буйы ҡоймаҡ ҡойҙоҡ. Унан китте картуфлыһы, ҡайнатма һалынғаны, бал һалынғаны, эремсек, фарш... Ҡоймаҡ ҡойғанда Әсәйем менән рәхәтләнеп һөйләштек, уның хәтирәләрен тыңланым. Өлкәндәр бит хәҙергеһен онотһа ла, йәшлеген онотмай. Әсәйемде яңынан асҡандай булдым... Бына ете йыл инде мин ҡоймаҡты яңғыҙым ҡоям...

Әсәйем ҡойған ҡоймаҡтар
Әсәйем ҡойған ҡоймаҡтар

Күңел түренән

Әсәйем ҡойған ҡоймаҡтар...

Моңһоу ҡарашлы ағайҙың көтөлмәгәндә уртаҡлашҡан хәтирәләре күңелемдә буран уйнатты, хатта илағы килде.

- Донъялағы иң ауыр көн, уңалмаҫ ҡайғы мәле – Әсәйеңде юғалтыу. Әсәйемдең минән китә башлағанын алдан һиҙҙем. Хәйер, әсәһен яратҡан балалар быны ысынлап та алдан һиҙә.

Әсәйҙәребеҙ беҙҙән нисек китә башлай һуң? Улар хәлһеҙләнә, һүҙәрҙе онота, атлап йөрөшө үҙгәрә, тиҙ арыйҙар... Мин дә әсәйемде юғалта барыуымды аңланым. Ул һикһәнде уҙған ине. Шулай ҙа ҡәҙерле кешеңде ебәрге килмәй бит! Бер төн әсәйемдән ниҙер алып ҡалғым килде. Ул минеке генә булһын һәм мәңгелеккә минеке булһын!

Икенсе көнө Әсәйемә киттем. Ул ҡойған ҡоймаҡ иң тәмлеһе ине! Быны бар яҡындарыбыҙ, күршеләре әйтә ине. Мин дә Әсәйем ҡоймағын ҡойорға өйрәнергә булдым. Ул ҡыуанып китте. Һәм мине өйрәтә башланы.

20 – 25 ҡоймаҡ өсөн өс йомортҡа, 12 өймәләм аш ҡалағы он, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы, ике стакан һөт, семтем тоҙ һәм сода алабыҙ. Шәкәр һалма бөтөнләй, тине Әсәйем. Иң аҙаҡтан ҡайнап торған бер стакан һыу ҡоябыҙ. “Ҡайнап торған һыу булһын! Ул саҡта ҡоймаҡтар һин яратҡанса йоҡа ғына һәм күҙле-күҙле килеп сығыр”,-тине ҡәҙерле кешем. Артабан барыһын да бер төйөрсөк ҡалдырмайынса болғатабыҙ һәм ҡоябыҙ.

Әсәйем менән ике ай буйы ҡоймаҡ ҡойҙоҡ. Унан китте картуфлыһы, ҡайнатма һалынғаны, бал һалынғаны, эремсек, фарш... Ҡоймаҡ ҡойғанда Әсәйем менән рәхәтләнеп һөйләштек, уның хәтирәләрен тыңланым. Өлкәндәр бит хәҙергеһен онотһа ла, йәшлеген онотмай. Әсәйемде яңынан асҡандай булдым...

Бына ете йыл инде мин ҡоймаҡты яңғыҙым ҡоям. Хәҙер бының өсөн ике таба тотам. Ярты сәғәт эсендә Әсәйем өйрәткәнсә йоҡа ғына, күҙле-селтәрле ҡоймаҡтар тәрилкәлә өйөлә. Ҡыҙҙарыма өйрәттем, дуҫтарыма рецепт бирҙем.

Барыһы ла маҡтап ашаған ҡоймаҡҡа ниҙер етмәгән кеүек барыбер. Уны минән тәмлерәк ҡойған Әсәйем етмәй. Шулай ҙа ҡоймаҡ ҡойорға тотонған һайын Әсәйем яныма килеп баҫҡандай була. Шуға күрә әсәйҙәрегеҙҙе тере сағында ҡәҙерләгеҙ һәм уларҙан ниҙер алып ҡалырға тырышығыҙ. Һәм һеҙ шул эште башҡарғанда Әсәйегеҙ фәрештә булып күренмәй генә янығыҙға килер. Күренмәһә лә, тойола улар...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: