Бөтә яңылыҡтар

Килендәрҙе... ағыуламаһағыҙ ине

Иремә мыжыным. Иремде туҡтауһыҙ еңергә маташтым. Үсегеп ҡайтып киттем. Апайҙарым “артыңдан килеп йығылмайынса барма” тип өйрәтте. Һөҙөмтәлә, хәҙер мин яңғыҙ үҫтерәм баламды. Ирем артымдан эйәреп йөрөнө – йөрөнө лә, бер мәрйәгә өйләнеп, шәп итеп йәшәп алды ла китте. Ҡәйнәм мин буштан – буш үсеккәс, әллә нисә килде. “Килен, балағыҙ бар бит. Ниңә тиҫкәреләнәһең” - тип иланы. Ә мин әле еңеп бөтмәгәнмен быларҙы тип ултырҙым...

Килендәрҙе... ағыуламаһағыҙ ине
Килендәрҙе... ағыуламаһағыҙ ине

Күңел түренән

Һеңлемде яңы йыл алдынан кейәүгә бирҙек. Һаман уйланып йөрөйөм борсолоп. Сөнки бәхетле һәм оҙаҡ йәшәйәсәктәренә шикләнәм. Юҡ, йәштәр бер-береһен ярата, әммә хәҙер бит кәләштәрҙе кейәү менән йәшәргә түгел, ә уларҙы еңергә, хатта улар менән һуғышырға өйрәтәләр. Нишләп шулай икән? Һөҙөмтәлә, йәштәр айырыла, йә эт менән бесәй кеүек йәшәй, йә ир эскелеккә һабыша йәки үҙ һүҙе булмаған, бер кем хөрмәт итмәгән мәхлүккә әйләнә.

Мин кейәүгә сыҡҡанда ла апайҙар, еңгәйҙәр, инәйҙәр: “Штубы иреңде еңдермә! Баштан уҡ ҡаты тот. Ҡәйнәңде беренсе көндән урынына ултырт!”-тип өйрәттеләр.

Барыһын да ишетеп ултырған әсәйем дә өндәшмәне. Тимәк, килеште улар менән. Шуға күрә килен булып йәшәй башламаҫ элек ҡәйнәм монстр булып күренде. Ә ул бит миңә бер насарлыҡ эшләмәгән ине. Мин уның һәр ҡарашын, һәр ҡыланышын үҙемә ҡаршы ҡабул иттем. Иремә мыжыным. Иремде туҡтауһыҙ еңергә маташтым. Үсегеп ҡайтып киттем. Апайҙарым “артыңдан килеп йығылмайынса барма” тип өйрәтте. Һөҙөмтәлә, хәҙер мин яңғыҙ үҫтерәм баламды. Ирем артымдан эйәреп йөрөнө – йөрөнө лә, бер мәрйәгә өйләнеп, шәп итеп йәшәп алды ла китте. Ҡәйнәм мин буштан – буш үсеккәс, әллә нисә килде. “Килен, балағыҙ бар бит. Ниңә тиҫкәреләнәһең” - тип иланы.

Ә мин әле еңеп бөтмәгәнмен быларҙы тип ултырҙым. Ирем урамдарҙы балҡытып, мәрйәһен етәкләп йә машинала елдереп үтеп китә хәҙер. Арттарынан илап ҡарап ҡалам. Шулай ҙа иремә шылтыраттым түҙмәй, сөнки яратам һаман. Ул: “Һыуындым мин һинән. Тәүҙә ныҡ ярата инем. Ҡыланыштарыңдан аҡылдан шашыр сиккә етә инем. Бар кеше шулай йәшәй тип уйланым. Әммә Оляны осратҡас, барыһы ла үҙгәрҙе. Һөйөшөп туйып булмай икән ул. Көн етмәй хатта. Шул тиклем рәхәт уның менән. Алименттан тыш та ярҙамлашып торормон, үҙеңә лә аҡса бирермен, балабыҙҙы үҙебеҙгә алырға ла ризамын. Әммә һин миңә кәрәкмәйһең”-тине.

Бәхетемде үҙем ҡулдан ысҡындырҙым. Балабыҙ иремдең өйөндә булып ҡайтҡас әй бәхетле йөрөй, “атай и Оля менән рәхәт” ти. Бына шулай ҙа була, ҡыҙҙар.

Туй алдынан һеңлемә лә: “Иреңдең карточкаһын үҙеңдә тот! Аҡсаһы һиндә генә булһын! Әтеү туғандарына тотонасаҡ. Һәр байрамды иреңде әсәйҙәреңә алып кил. Әпсәһенән айырылһын. Ҡәйнәңә баштан уҡ ҡатылығыңды күрһәт”,-тип тылҡынылар.

Яратышып өйләнешкән парҙар араһына ниңә төшәһегеҙ, апайҙар, еңгәләр, инәйҙәр, әсәйҙәр? Һуғыш яланы түгел бит ул! Ә ғаилә ҡороу, мөхәббәт.

Һеңлемә әйттем: “Бер кемде тыңлама. Иреңә иркәләнеп, уны яратып йәшә. Мөмкин тиклем беҙҙең туғандарҙан ары тот”,-тип.

Аңлаһа һәм тыңлаһа инде.

И.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: