Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үс

Юҡҡа ғына «күп эҙләгән-берәүҙән дә ҡолаҡ ҡаҡҡан», тимәгәндәр бит! Эҙләгәнеңде таптың инде! Ана, ауылда ҡалған Сәриәне әйт- үҙе сибәр, аҡыллы, уңған. Етмәһә, баҫалҡы, оялсан! Рәискә лә битараф түгел ине. Ниңә шул ҡыҙҙы бынау ҡаланыҡыларға алыштырҙым? Хәҙер булһамы, бөгөндән Сәриәгә өйләнер инем!..

Үс
Үс

Эх, типһә- тимер өҙөрлөк сағы әле Рәистең! Йәшлегенең сәскә атҡан ваҡыты! Ҡап-ҡара тулҡынланып торған сәсен килешле йөрөтөүе, мут йылмайып күҙҙәрен ҡыҫып ҡарауы, етеҙ хәрәкәте ҡыҙҙарҙың һушын ала ла ҡуя бит! Егерме биш йәшлек егеткә ни кәрәк шунан башҡа. Сибәркәйҙәрҙең былай ҙа әйләнергә торған башын, зырр итеп үҙенә ҡарата ла ҡуя егетебеҙ. Училищела бергә уҡып йөрөгән һабаҡташтары Рәискә бер аҙ көнләшә лә.
-Ҡарале, ҡара, беҙгә тигәндәрен дә алып бөттө был. Бер ҡыҙ менән дуҫлашып китеп булмай, ә уның...көн дә яңы,- тип тел шартлатты Рауил.
-Миндә лә уныҡы кеүек буй-һын булһааа...- тип көрһөндө Уйылдан.
-Эй, егеттәр, улай тип әйтмәгеҙ әле, күп былай йөрөһә-бер хәлгә тарымаҫ тимәгеҙ,- тип сер бирмәне Азат.
Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәй, егеттәрҙең дә береһенә бәхет йылмайҙы- Азат ҡупшы һынлы, зәңгәр күҙле бер ҡыҙ менән танышты. Хатта, дуҫтарына күрһәтәм, тип дөйөм ятаҡ бүлмәһенә алып килде.
-Таныш булығыҙ, Әлиә! – тине егет иптәштәренә маһайып . Азаттың яңы танышы ысынлап та бик сибәр икән шул, кем әйтмешләй, бер ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ...
Сәй әҙерләп бөтөүгә Рәис тә ҡайтып инде.
-Оһо, ниндәй аҡҡош йөрөй тиһәм,- тине ул Әлиәгә серле ҡараш ташлап.
Ошо көндән башлап Азат менән Рәис араһынан ҡара бесәй үтте ләһә. Бығаса дуҫ булып йөрөгән егеттәр үҙ-ара дошманға әүерелде .
Баҡтиһәң, Рәистең Әлиәгә күҙе төшкән икән! Һәр осраған ҡыҙ алдында “уңышҡа» ирешеп, үҙенә ҡаратып өйрәнгән егеткә был юлы ла уңыш йылмайҙы . Берҙән-бер көндө Әлиә:
-Ғәфү ит, мин Рәисте яратам!- тимәһенме! Азат был һүҙҙәрҙән ҡолап китә яҙҙы.
Тик ни ҡылаһың- яратмаған өсөн хөкөм юҡ, тиҙәр бит. Азаттың да яңы ғына бөрөләнеп килгән һөйөү хистәре, йәйге ҡырауға бирешкән гөл кеүек һулыны .
Бүлмәләш дуҫтары :
-Ысынлап һиңә ғашиҡ булған булһа- башҡаға күҙ атмаҫ ине. Рәис тә, Әлиә лә – бер ҡалыптан!- тип “йыуаттылар” .
Азаттың Рәискә ҡарата үпкәһе ҙур ине. «Сәскәнән-сәскәгә ҡунған күбәләк кеүек йөрөү егетлекме һуң? Ҡыҙҙарҙың хис-тойғолары менән уйнау, күңелдәрен мәңгелеккә ҡыйыу – яҡшы түгел, тип уйланы ул. -Ҡыҙҙары ла бит әле- татлы телле, йылғыр егеттәргә генә ҡарарға торалар. Ә тормошта ,бына, минең кеүек сабыр холоҡло, һәр һүҙен үлсәп һөйләр ир-аттар кәрәк! Эх, йәлләйем мин һеҙҙе бер ҡатлы ҡыҙҙар, шулай алданаһығыҙ бит « тәтәй” елбәҙәктәргә “... Ҡапыл Азаттың Рәистән үс алғыһы килде-ә ниңә алмаҫҡа ? Әҙ ҡыҙҙарҙың йәшлек хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапанымы? Хатта дуҫының һөйгәнен һалдырып алырға ла күп һораманы... Эйе, аҡылға ултыртырға кәрәк ул йәлтәкәйҙе, ғүмерлеккә һабаҡ булһын...
***
Рәистең өҫтөнә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни! Юҡ, һалҡын түгел, эҫе һыу ҡойҙолар! Бөтә тәнен ут ялмағандай булды, аяҡ аҫтынан ер убылып киттеме ни! Конверт эсендәге бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәген ул ҡат-ҡат уҡыны, уҡыған һайын күҙ алды нығыраҡ ҡараңғыланды.
«Хөрмәтле Рәис әфәнде! Һеҙҙең улығыҙ тыуҙы, ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, һәм тәғәйен көндө килеп алыуығыҙ һорала, тип дауахананан сығыу көнө билдәләнгән. Бәләкәстең ауырлығы-3,5 кг, буйы-60 см » Табиптың ҡултамғаһы менән мисәт тә ҡуйылған.
Йә, Хоҙай, нимә эшләнем мин! Бына һиңә, мә! Инде, уҡыу йортон тамамлап, ҡулыма диплом алам, тип торғанда! Ауылға ни йөҙ менән ҡайтырмын, атай-әсәй күҙенә нисек ҡарармын? Былай булғас, комсомол сафынан да сығарып ташлауҙары көн кеүек асыҡ! Рәистең уйҙарының иге-сиге күренмәй. Туҡта, ҡайҙа йүнәлде һуң әле? Бәй, әллә конверт тышындағы адрес буйынсамы ? Бала табыу йортона буш ҡул менән бармайҙар, буғай...
Ҡайсан булды был хәл? Кем менән? Ҡайҙа яңлышты? Рәистең күҙ алдынан бер-бер артлы ҡыҙҙар теҙмәһе үтте- Зилиә, Әҙилә, Ғәҙилә, Ғәлиә,Айгөл... Тик...ни бит әле, киноға йөрөү, йәшәгән йортона тиклем оҙата барыуҙан ары уҙманы лаһа был ҡыҙҙар менән дуҫлашыуы...Ауылдағы өләсәһе « улым, кәләште төрлө яҡлап ҡарап, һайлап ал. Һиңә уның менән ғүмер буйы йәшәргә. Күлдәкте алыштырып була, ә бына ҡатынды алыштырып булмай»тигәйне. Шуның өсөн дә ул , диплом менән бергә иң шәп кәләшле лә булырға уйлағайны. Ахыры, бер юлы малай менән дә ҡайтырға тура килер... Рәистең башы әйләнеп китте.
Ярай, ни булһа ла булыр, ниңә ебеп төштөм әле, тип уйланы егет. - Минең бит бында бер ҡыҫылышым да юҡ! Тимәк...уның “ таныш» ҡыҙҙарының береһе , бар ғәйепте Рәискә ташлаған! Ююҡ инде, ауыл малайы тигәс тә, бына тотам да ДНК анализға бирәм! Эйе, бирҙең ти, ана, тот! Ун биш һум стипендия аҡсаңамы ни? Рәистең башында ҡапма-ҡаршы уйҙар өйөрөлдө. Алдараҡ уйларға ине! Ҡатын-ҡыҙҙы иң мәкерле юха йылан менән тиккә сағыштырмағандарына инандыңмы инде? Харап, уға ҡатын-ҡыҙ үҙе йәбешә, имеш . Бына үҙеңә лә ғәйептең иң кәттәһен йомдорҙолар! Рәис үҙ-үҙен эстән әрләй-әрләй бәрелеп-һуғылды.
Бүлмәләш егеттәр ҙә Рәистәге үҙгәрешкә иғтибар итте. Нисектер, йонсоп, ябығып киткәндәй тойолдо дуҫҡайҙары. Элекке кеүек, ауыҙ эсенән күңелле йыр көйләп йөрөмәҫ, кис еткәс тәмле хушбуй еҫтәрен аңҡытып һыланып-һыйпанып сығып китмәҫкә әйләнде.
-Ниңә балтаң һыуға төшкән кеүек йөрөйһөң ул?- тине Уйылдан.
-Әллә берәй зачетыңды тапшыра алманыңмы?- тип ныҡышты Рауил.
Рәис өндәшмәне. « Малайҙы роддомдан алырға барам»тип әйтеп булмай ҙаһа инде! Күҙҙе астырмаҫтар, көлөрҙәр, бөтә училище алдында фаш итерҙәр. Йөрөп туйҙыңмы инде, тиәрҙәр!
-Бер ниҙә булманысы...Былай әҙ-мәҙ баш ауырта,- тигән һүҙҙәр менән генә сикләнде ул егеттәргә.
...Бына баланы барып алыр көн дә етте. Рәис сәскә бәйләме, торт һатып алды. Ни булһа ла- булыр! Тотам да, ҡатынды бала менән дөйөм ятаҡ бүлмәһенә алып ҡайтам. Төндә вагон бушатырға эшкә керермен. Тик бына ҡатыны кем икән ул, хатта исемен дә белмәй бит...Эх, харап ҡына булдың егет! Рәистең күҙҙәре йәшләнде. Бәлки ул ҡатын берәй аҙғындыр, Рәисте бала менән ҡалдырыр ҙа үҙе төнө буйы йөрөп сығыр. Аҡса таптырыуҙан, битәрләүҙән башҡаны белмәҫ... Ошо хаҡта хыялландымы һуң ул? Яратып өйләнер, һөйөп-һөйөлөп, бер-береһен аңлашып ҡына йәшәр наҙлы ҡатын, өй тулы бәхетле балалар ине бит хыялында! Юҡҡа ғына «күп эҙләгән-берәүҙән дә ҡолаҡ ҡаҡҡан», тимәгәндәр бит! Эҙләгәнеңде таптың инде! Ана, ауылда ҡалған Сәриәне әйт- үҙе сибәр, аҡыллы, уңған. Етмәһә, баҫалҡы, оялсан! Рәискә лә битараф түгел ине. Ниңә шул ҡыҙҙы бынау ҡаланыҡыларға алыштырҙым? Хәҙер булһамы, бөгөндән Сәриәгә өйләнер инем!
Рәис ауыр уйҙарын еңергә тырышып, бүлмәнән сығырға ғына торғанда Азат ҡайтып инде. Шат йылмайған Әлиәһен дә эйәртеп алған. « Бәхетле йәндәр! -тип көнләшеп ҡараны уларға егет. –Теге юлы, билдәле ғәҙәт менән был ҡыҙҙы ла һанап ҡарарға теләгәйнем, теш үтмәне. Хатта бит, Рәисте яратам, тип тә әйттергәйнем, һуңынан тәки аңлашҡандар икән. Бына исмаһам мөхәббәт!»
-Рәис, туҡтап тор әле,- тине Азат. –Зинһар, ғәфү ит!
-Юҡ, һин мине ғәфү ит! Һеҙҙең араға кереп, хистәрегеҙҙе юҡ итә яҙҙым.
-Ысын һөйөү булғанда хистәр юғалмай икән, шуны аңланым,- тине Азат. Тик һине рәнйетеүем үҙемә тынғылыҡ бирмәй.
-Ҡуй әле, ни һөйләйһең ул?
-Теге хатты мин яҙҙым бит...Әлиә эш урынынан мисәт һуҡты...Ғәфү итә күр, дуҫҡайым!- тине Азат ялбарып.
-Эйе, ғәфү ит...- тип һүҙгә ҡушылды Әлиә.
Рәис баҫҡан урынында таш кеүек ҡатып торҙо ла, « уффф”-тип тәрән дә, еңел дә тын алып ҡуйҙы. Ҡыуаныстан бер аҙға ғына телһеҙ ҡалды, шунан тотлоға-тотлоға:
-Ттимәк...миңә бала табыу йортона барырға кәрәкмәй? – тип һораулы ҡарашын Азатҡа төбәне.
-Юҡ,юҡ, бер ҡайҙа ла барырға түгел, был хатты шаяртып ҡына яҙҙыҡ...

- Улай булғас... мин ауылға ҡайтам... Сәриәне һоратырға,- тине Рәис ҡапыл ғына ишерелеп төшкән шатлыҡтан ни ҡылырға белмәй. - Бүләктәрем дә әҙер! – тине ул сәскә бәйләме менән тортҡа ҡарап...

 

Минирә Бикәнәсова.

Автор:
Читайте нас: