Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һин ҡатыраҡ булырға тейеш инең, тине...

Мин әхирәтемә йоҡларға киттем. Бер аҙнанан ирем ҡайтып разводҡа бирҙе. Һөйгәнем менән ситкә сығып китербеҙ тип уйлағайным. Тик ул: “Юҡ, мин ҡатынымды яратам!”-тине...

Һин ҡатыраҡ булырға тейеш инең, тине...
Һин ҡатыраҡ булырға тейеш инең, тине...

Бик матур йәшәп ятҡанда үҙемде-үҙем әрәм иттем. Бәлки, әрәм дә түгел, ә киреһенсә бәхеттер был... Бар туғандар миңә ҡарата нәфрәт белдергәндә “бәхет” тип әйтеүе лә ҡурҡыныс.

Иптәшем менән бик матур йәшәй инек. Мәктәп йыларында уҡ дуҫлашып йөрөнөк. Ул армияға барып ҡайтҡас та өйләнештек. Миңә – 19, уға 20 йәш ине. Ауыл ерендә мал көтөп, шуның көсөнә йәшәйһең бит инде. Ике балабыҙ тыуҙы. Район үҙәгенә күсенеп килеп ике ҡатлы йорт һалдыҡ. Иремдең ҡулы оҫта, бар эште үҙе эшләй. Себер яҡтарында йөрөп аҡсаһын да арыу эшләй. Хәҙер инде балалар ҙа студент булып, ситтә уҡый. Мин күберәк ҙур ике ҡатлы йортта яңғыҙмын. Бер вахтаһына киткәндә: “Өйҙә нисәмә бүлмә буш тора. Һеңлемә ярҙам итер кәрәк ине. Ул ире менән беҙҙә йәшәп торһон. Һаулығын нығытыу өсөн ҙур ҡаланан китеп торорға ҡушҡандар”,-тине.

Мин ҡаршы булдым. Әммә ирем, ҡәйнәм-ҡайным үпкәләй башланы. “Бер үҙең ике ҡатлы йортта ятаһың! Бер бүлмәлә берәр ай йәшәп китһәләр, нимә була?! Һин уларҙы күрмәҫһең дә”,-тинеләр.

Ә мин үҙ яйыма йәшәп өйрәнгәнмен. Өйҙә сит кеше булһа, барыбер барыһы ла үҙгәрә. Шулай ҙа риза булырға мәжбүр булдым. Бер көн Өфө ҡунаҡтары килеп төштө. Ире ҡатынын ҡарау өсөн отпуск алған икән. 30 йәштәр тирәһендә икеһе лә. Бикәс тейешле кеше бик ябыҡ, үтә күренмәле һымаҡ булғас, йәлләп киттем. Көн дә тегеләргә төрлөһөнән ашарға бешерәм, аҙнаһына ике мәртәбә – мунса. Был бикәстең йүнәлгеһе килмәйҙер тип уйлай башланым. Ашарға ултыртһаң, этә-төртә ашай, һайлана, “үтә майлы”, “үтә ҡоро”, “тоҙо күп”. Уның ҡарауы иренә ҡот ултырып, таҙарып китте. Шулай булмай ни, көн дә бишбармаҡ, ит, ҡаҙы...

Бер төн һуң ғына мунсаға киттем. Был ир минең арттан килеп ингән дә текләп тик тора. Ә мин алдан шулай буласағын һиҙгәйнем, мунсаны ла элмәнем шуға. Минең иремдән башҡа бер кем дә булғаны юҡ ине. Әммә был ирҙән башым әйләнеп, ғашиҡ булдым. Ысын мөхәббәттең йән түгел, ә тән ләззәте лә биргәнен аңланым.

Хәҙер инде мин бер айҙан һуң бикәсте нисек кенә ҡайтармаҫҡа тип уйлай башланым. Ул ҡайтыу тураһында уйламай ҙа ине. Улар беренсе ҡатта, мин икенселә. Төн етеү менән һөйгәнем миңә килеп тә етә. Тәүҙә ҡурҡа торғайным. Әммә ул: “Уянмай ул, йоҡо дарыуҙарын күп итеп эсә лә, төшкә тиклем йоҡлай”,-тине.

Ә бикәс беҙ ҡосаҡлашып йоҡлап ятҡанда бүлмәгә ипләп кенә инеп беҙҙе фотоға төшөргән дә ҡайны-ҡәйнәмә ебәргән. Улары шунда уҡ килеп етте. Беҙ кейенеп тә өлгөрмәнек, тотолдоҡ. Ҡайным һөйгәнемде туҡмай башланы, ҡәйнәм менән бикәс - мине. Унан урамға ҡыуып сығарып ебәрҙеләр. Мин әхирәтемә йоҡларға киттем. Бер аҙнанан ирем ҡайтып разводҡа бирҙе. Һөйгәнем менән ситкә сығып китербеҙ тип уйлағайным. Тик ул: “Юҡ, мин ҡатынымды яратам!”-тине. “Улай булғас ниңә минең башымды әйләндереп, бар тормошомдо юҡҡа сығарҙың һуң?”-тигәнемә, “Һин бит ҡатын кеше, нығыраҡ, ҡатыраҡ булырға тейеш инең. Ирҙәр һәр саҡ һорар ул”,-тип илатты.

Бикәс уны ғәфү итте. Бергә йәшәйҙәр. Туғандар менән дә аралашалар. Ә мин бер үҙем тороп ҡалдым. Хатта балаларым да миңә үпкәләгән. Ни эшләргә миңә? Иремде, балаларымды, теүәл донъямды нисек ҡайтарырға? Туҡтауһыҙ илайым...

Л.

Автор:
Читайте нас: