Бөтә яңылыҡтар

Күккә өрөлгән ... аҡса

“Бюджетник булһын ине бисәң” титгән лаҡап әле лә йөрөй беҙҙә...

Күккә өрөлгән ... аҡса
Күккә өрөлгән ... аҡса

Ауылдан килеп төшөп, ҡала араһындағы маршрут автобусын көтәм. Туҡталҡала бер ир генә тәмәке төтәтә, башҡа кеше юҡ. Күп тә үтмәй икенсе ир бынан килеп тәмәке һораны. Уныһы ризаһыҙ ғына һонғайны, өсөнсөһө килеп етте. Бер тәмәкене өскә бүлеп булмай икән, уныһына эләкмәне. Мин әбей кеше, ҡыҙыҡ күреп көлә башланым. Тәмәкелек тә аҡсаң булмағас, тартма тиер инем. Тыйылып ҡалдым. Кем белә, бәлки, психланып китерҙәр.

Үҙемдең бабай ғүмер буйы 1-2 машиналыҡ аҡсаны күккә өрҙө инде, һис тә арттырмайым. Колхозниктың бит бер тин алмай эшләгәне күп булды. “Бюджетник булһын ине бисәң” титгән лаҡап әле лә йөрөй беҙҙә. Мин бюджетта эшләгәс, бабай рәхәт йәшәне. Бер шулай табипҡа алып барһаҡ, медсестраһы аптыраны: “Тәмәке бөтөргән бит һине, бабай”,-тине. “Хәҙер тартмайһығыҙҙыр ул?”-тип һорағас, миң түҙмәй ҡысҡырып ебәрҙем “ищеү как, ашай ғына!” - тинем.

Ҡатын-ҡыҙ бит хәленсә үҙен һаҡлап йәшәй, ә һеҙ, ирҙәр, ҡорос кеүек һаулығығыҙҙың ҡәҙерен белмәйһегеҙ. Аңлағыҙ, һеҙ бит беҙгә, балаларығыҙға кәрәкһегеҙ. Эсһә, белеп эскән (сама менән), тәмәкене ауыҙына ла алмаған ирҙе кем яратмаҫ ине? Ғүмер ике килмәй, ҡәҙерен белеп йәшәйек!

Ауылдан тол ҡатын.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: