Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙҙе генә уйлағанбыҙ...

Ә атайыбыҙҙы аҙналап күрмәгән саҡтарыбыҙ булды. Ә ул бит ҡайғыһы менән япа-яңғыҙы тороп ҡалған...

Үҙебеҙҙе генә уйлағанбыҙ...
Үҙебеҙҙе генә уйлағанбыҙ...

Әсәйем ҡапыл мәрхүмә булып ҡалғанда, атайыма 62 йәш ине. Беҙҙең заманда был мәл ҡартлыҡ булып та һаналмай. Тик атайыма тормош ҡыҙығын юғалтты. Йыш ҡына эсә башланы. Мин быны аңлай алманым: “Нисек инде әсәйебеҙ үлде, ә ул уның яҡты хәтирәһен һаҡлау урынына, хәмер һемерә?”

Йыш ҡына атайымды әрләнем, юрамал өйөнә барманым. Ә бер көн атайым да үлеп ҡалды. Йөрәге туҡтаған, тинеләр. Һәм шунан һуң ғына мин үҙемдең һәм ағайымдың ни тиклем эгоист булыуыбыҙҙы аңланым. Мин әсәйемде юғалтыу ҡайғыһын иремә һыйынып, ағайым ҡатыны менән үткәрҙе. Ә атайыбыҙҙы аҙналап күрмәгән саҡтарыбыҙ булды. Ә ул бит ҡайғыһы менән япа-яңғыҙы тороп ҡалған. Атайыбыҙ китеп барғас ҡына, барыһын да аңланыҡ. Йорт янына килеп етәһең – ут юҡ, ишекте асаһың – шомло тынлыҡ ҡаршы ала. Атайыбыҙҙы ошо ҡурҡыныс яңғыҙлыҡ менән үҙен генә ҡалдырғанбыҙ бит. Эсеү түгел, айға ҡарап олой башларлыҡ хәлгә етәһең. Ғәфү ит беҙҙе, атай...

Р.

Автор:
Читайте нас: