Һаҡмар
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яңғыҙ ҡатын кеүек йәшәйем

Уның өсөн барыбер. Бөтәһе лә! Ҡайтыуына ашарға булһа, шул еткән. Ашай ҙа, диванға йығылып йә телевизор ҡарай, йә телефонына инеп китә...

Яңғыҙ ҡатын кеүек йәшәйем
Яңғыҙ ҡатын кеүек йәшәйем

Йөрәк һыҙлауын баҫыр бер көс юҡ донъяла. Ысын. Бер-бер артлы өҫтөңә өйөлгән проблемаларҙан йығылып ятыр иларға хәл дә юҡ. Сөнки арыттырған. Иремә ҡарайым да, аптырайым. Дөрөҫөрәге, аптырамайым да.

Уның өсөн барыбер. Бөтәһе лә! Ҡайтыуына ашарға булһа, шул еткән. Ашай ҙа, диванға йығылып йә телевизор ҡарай, йә телефонына инеп китә. Балалар ҙа интернетта. Хатта бергә ултырып ашамайҙар ҙа. Күпме бергәләшеп ултырып ашауҙы талап иттем, юҡ бөтөнләй тыңламайҙар. Ирем дә телевизорға текәлеп ашай. Мин күҙле бүкән кеүек – бер кемгә кәрәгем юҡ. Өйҙә ашарға булмай, бысраҡ булһа ғына минең юҡлыҡ һиҙелә. Ә былай мин бар ни, юҡ ни.

Арыным шундай тормоштан. Ирем, балаларым булып та яңғыҙ ҡатын кеүек йәшәйем. Күпме һөйләшеп ҡараным. Юҡ, аңламайҙар ҙа, ишетмәйҙәр ҙә. Бәлки, бер нисә көн ашарға бешермәй, өйҙө йыйыштырмай интернетҡа текләп ултырырғалыр?

Автор:
Читайте нас: