Һаҡмар
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Риза булырға мәжбүр булғайным

Әсәйемә ҡайттым. Ул миңә асыуланып бөтә алманы. Әсәйем бер яҡшы ғына ағайға кейәүгә сыҡҡан ине. Беҙ артыҡ инек унда...

Риза булырға мәжбүр булғайным
Риза булырға мәжбүр булғайным

Эйе, был минең яҙмышымды ҡырҡа борған аҙым булды. Йәнем тартмаған, әммә шуның менән мин бар проблемаларымды хәл итә алдым.

17 генә йәшемдә үлеп ғашиҡ булдым. Ул шул тиклем матур, донъялағы иң-иң булған егет ине. Әсәйемдең һүҙен тыңламай, ошо егет менән йәшәй башланым. Беренсе улыбыҙ донъяға килгәс тә, ул миңә өйләнергә тәҡдим яһаманы. “Ҡуйсәле шул иҫкелек ҡалдығын! Кемгә кәрәк ул штамп паспортта! Нимә үҙгәрә шунан? Былай ҙа яратабыҙ түгелме бер-беребеҙҙе”-тине.

Мин дә күндем. Тик әсәйемдең, исмаһам. Никах уҡытығыҙ тигәнен дә тыңларға теләмәне ул. “Беҙ һинең менән дин тотҡан кешеләрме ни?!” –тип һаһылдап көлдө.

Барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанып йәшәп киттем. Барыбер бергәбеҙ бит тинем. Ныҡ ярата инем шул уны.

Тағы ике бала таптым. Уның араһында эшләнем, снимать иткән фатирҙы үҙ торлағымдай ҡараным. Өс балаға алған пособие ла, минең эш хаҡым да уның кеҫәһендә булды. Аҙналап юғалған саҡтары ла булды. Барыбер түҙҙем, яратҡан кешем өсөн тинем. Үҙемә генә түгел, балаларыма ла ҡул һелтәгәнмен икән тип уйлайым хәҙер.

Бер көн ул беҙҙе ҡыуып сығарҙы. Балаларын да йәлләмәне!. Әсәйемә ҡайттым. Ул миңә асыуланып бөтә алманы. Әсәйем бер яҡшы ғына ағайға кейәүгә сыҡҡан ине. Беҙ артыҡ инек унда. Әсәйем үҙегеҙгә йәшәргә урын эҙлә тигәс, ҡайҙа барырға белмәй, аптырап ҡалдым. Шул саҡта дингә бирелгән әхирәтем хәҙерге ирем менән таныштырҙы. Ул минән 19 йәшкә өлкән. Бик ихтирамлы миңә, балаларымды ла ҡарай. Беҙгә өй алып бирҙе. Никахлатып алды. Хәҙер мин дә диндәмен. Барыһы ла яйға һалынды. Эшләмәйем, барыһы ла бар. Өйҙән ҡул эштәрен һатам. Ә былай ҙа аҡса етә. Мосолман ҡәрҙәштәр донъяһына барып индем. Ярҙам итеп кенә торалар барыһы ла бер-береһенә. Мин дә үҙемде кеше итеп тойҙом. Балаларым яңы дуҫтар тапты. Иремдең беренсе ҡатыны ла миңә бик яҡшы мөнәсәбәттә, ярҙам итә. Әсәйем дә минең өсөн ҡыуанып бөтә алмай.

Тик иремде ихтирам ғына итәм. Балаларымдың атаһын яратҡан кеүек һөйөү юҡ. Шул арҡала миңә ныҡ ҡыйын. Әллә яңылыштыммы икән икенсе ҡатын булырға тип уйлап ҡуям.

А.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: