Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Байғош булмағыҙ!

-Бына, беҙҙә кисә ҡунаҡтар булды. Ә беҙ юлға сығабыҙ. Әрәм буласаҡ барыбер, ташлауы йәл,- тип миңә бер нисә киҫәк торт һәм пластик һауытта итле салат һуҙҙы. Көскә рәхмәт тинем дә, инеп иҙәнгә ултыра төштөм...

Байғош булмағыҙ!
Байғош булмағыҙ!

Минең тормош тәжрибәм күптәргә етһен ине. Ҡатындарға ла, ирҙәргә лә, йәштәргә лә.

Иллене үткәс, эшһеҙ ҡалдым. Ғүмер буйы эшләгән урынымда кәрәкмәй булып сыҡтым. Дөрөҫөрге, ул саҡта мин шулай уйлай инем. Ә бит ул саҡта күптәрҙе алданыраҡ пенсияға ебәреп, ойошмалар ҡыҫҡарҙы.

Ә мин үсектем! Йәнәһе лә, һеҙ шулаймы әле. Улай булғас өйҙә ятам. Минималь пенсияға. Ә бит таныштарым араһында яңынан ниндәйҙер курста уҡып алғандар ҙа, яңы эш тапҡандар ҙа булды. Ә мин ғүмерем үткән предприятиеға үсектем. Әйтерһең, кемгәлер бынан ҡыйын. Булдыммы – булманыммы?! Оноттолар! Һуң бер кем дә һине хәтерендә тоторға һүҙ бирмәгән бит. Унан элекке хеҙмәттәштәрем унда-бында саҡырғанда ла үҙем барманым. Йәнәһе лә үсеккәнмен бит! Минең бер улым ғына бар. Күптән ситтә йәшәй. Һирәк ҡайта. Шулай итеп мин минималь пенсияға, үсегеп, кемдәргәлер рәнйеп йәшәй башланым. Иң арзан аҙыҡ-түлек, кейем һатып алыу ҡайҙан! Моданан сыҡҡан, элекке кейемдәремде кейҙем.

Шулай бер нисә йыл үтте. Бер шәмбе иртәнсәк күршеләр ишек ҡаҡты. Аралашмағас, аптыраным. Фыртым ғына кейенеп ҡалған күрше ҡатын:

-Бына, беҙҙә кисә ҡунаҡтар булды. Ә беҙ юлға сығабыҙ. Әрәм буласаҡ барыбер, ташлауы йәл,- тип миңә бер нисә киҫәк торт һәм пластик һауытта итле салат һуҙҙы.

Көскә рәхмәт тинем дә, инеп иҙәнгә ултыра төштөм. Минең бар булмышыма бахырлыҡ һәм байғошлоҡ һеңгән! Хатта уны сит кешеләр ҙә тоя. Һәм мине йәлләп ҡалдыҡ аш-һыу индереп бирергә лә тартынмай.

Торт менән салатты алып сығып сүп-сар һауыты янында йөрөгән эттәргә ашаттым. Шул тиклем рәхәт булып ҡалды! Сөнки башҡа ваҡыт булһа “ике көнгә ашарлыҡ нәмә булды, экономия” тип һөйөнөр инем.

Ошо көндән үҙемде ҡулға алдым. Эш табып эшкә сыҡтым. Кейемдәремде яйлап үҙгәрттем. Өйөмдө матурланым. Йоҡлауы ла күңелле булып ҡалды.

Кешеләр, ниндәй генә хәлгә ҡалһағыҙ ҙа, байғош булмағыҙ! Ныҡ булығыҙ! Теләк булһа - әмәле табыла ул! Быны мин 60 йәшкә яҡынлағанда аңланым. Һәм мин бәхетле!

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: