Йөрәк яныр серҙәр бар
4 Ғинуар 2024, 13:25

Икмәк ашағым килә...

Үҫмер магазинға инеп китте. Бер аҙҙан ҡулына икмәк тотоп килеп сыҡты. “Мә, минең аҡсам икмәккә генә етә шул”,-тине уфтанып...

Икмәк ашағым килә...Икмәк ашағым килә...
Икмәк ашағым килә...

Магнит” супермаркетының тупһаһында ултырған асарбаҡтарға, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, күҙебеҙ ҙә өйрәнеп бөттө, күңелебеҙ ҙә уларға ҡарата ябыҡ ҡала. Аҡса һорап, бирмәһәң, арттан әшәке һүҙҙәр яңғыратҡан кешеләрҙе беҙ әҙәмгә лә һанамайбыҙ, шикелле. Шулай бер көн магазиндан сыҡтым да, ошондай күренешкә тап булдым: 14-15 йәштәге үҫмер тупһала ултырған асарбаҡ менән һөйләшеп тора. Ҡыҙыҡһынып, ҡолаҡ һалам. “Мин һиңә аҡса бирһәм, һин бит уға араҡы һатып алаһың”,-ти малай.

Тегеһе юҡ тигәнде аңлатып баш сайҡай. Үҫмер уға аҡса нимәгә кәрәк икәнлеген һораны.

Тегеһе: “Күптән ашағаным юҡ, асыҡтым”,-ти. Үҫмер магазинға инеп китте. Бер аҙҙан ҡулына икмәк тотоп килеп сыҡты. “Мә, минең аҡсам икмәккә генә етә шул”,-тине уфтанып. Тупһала ултырған асарбаҡтың йөҙө яҡтырып: “Булды, булды, ҡустым, рәхмәт, ошо икмәк миңә терелергә етә”,-тине.

Үҫмер бер ни булмағандай китеп барҙы. Тупһалағы ир икмәген ашарға тотондо. Ә мин ошо күренеште әле лә башымдан сығара алмайым. Нимәгәлер өйрәтте был үҫмер малай мине. Тик нимәгә икәнлеген әле лә аңлай алмайым.

Сания.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас