Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
11 Октябрь 2023, 22:55

Үҙенеке итте

Үҙем яҙам, үҙем илайым. Был турала берәйһенә хатта һөйләргә лә ҡурҡам. Йөрәгем һыҙлай. Шуға ла һеҙгә яҙырға булдым. Бәлки берәй шәп кәңәш ишетермен тип өмөтләнәм. Зинһар, исемемде генә яҙмағыҙ инде. Йәки үҙгәртеп күрһәтегеҙ. 

Үҙенеке итте
Үҙенеке итте

Үҙем яҙам, үҙем илайым. Был турала берәйһенә хатта һөйләргә лә ҡурҡам. Йөрәгем һыҙлай. Шуға ла һеҙгә яҙырға булдым. Бәлки берәй шәп кәңәш ишетермен тип өмөтләнәм. Зинһар, исемемде генә яҙмағыҙ инде. Йәки үҙгәртеп күрһәтегеҙ. 

Беҙ ирем һәм балам менән ҡайны-ҡәйнәмдәрҙә йәшәйбеҙ. Иптәшемә күпме генә әйтеп ҡараһам да айырым йортҡа күсеп сығырға теләмәй. Бергә  йәшәй булыуыбыҙға бер тиҫтә йыл уҙып та китте. Уйлайым да аптырайым. 

Юҡ, ҡәйнәмә бер һүҙ ҙә юҡ. Киленем, тип өҙөлөп  тора. Ә бына ҡайным. Ҡартая белмәҫ алаша. Уның  менән  бер йортта яңғыҙ ҡалырға  ҡурҡам. Ҡулдары менән  һәрмәнә башлай. Был турала иреңә һөйлә тиерһегеҙ. Ышанағыҙмы - ҡурҡам. Ышанмаҫ, хатта мине ташлар тип ҡурҡам. Дөрөҫөрәге, ҡурҡтым. 

Их, шул уҡ ваҡытта һөйләр кәрәк булған да бит. Бәлки был хәл килеп сыҡмаҫ ине. 

Бер көн эштә өҫтәмә ял бирҙеләр. Ирем эшкә, улым мәктәпкә китте. Ҡәйнәм дә ҡайҙалыр сығып китте. Йөрәк табанға төштө. Тиҙ генә кейенеп сығып китергә булдым. Тик өлгөрмәнем. Ҡайным өҫтөмә ташланды. 

Их, ул көндө илауҙарым. Иремә лә, ҡәйнәмә лә һөйләргә ҡурҡтым. Ирем менән дә йәшәй алмаҫмын инде.  Хатта ки үҙемә ҡул һалырға ла уйлап ҡуйҙым. Улымды алып сығып китергәме икән? Улым... Ул шул ҡәбәхәттең ейәне. Ирем уның улы. Өсөһөн дә күрә алмайым...

Рита. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: