

Күңел түренән
Атайҙар ҡыҙҙарын иғтибар менән һәм иркәләтеп үҫтерергә тейеш! Ошонан уларҙың киләсәктәге тормошо ярала. Сөнки атаһына ҡарап, ҡыҙ ир бәхете таба.
Минең атайым бала саҡтан мине кешегә һанаманы. Бер ҡасан да уның миңә иркәләп әйткән һүҙе булманы. Мин уға күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡа инем. Әгәр ниҙер оҡшамаһа, атайым мине ҡайыш менән дә, сыбыртҡы менән дә ярҙы. Ағайыма ауыр һүҙ ҙә әйткәне булманы. Мин үҙемде иң алама, һөйөүгә, матур һүҙҙәргә хаҡы булмаған кеше тип үҫтем. Әсәйем мине яҡлай алмай ине. Сөнки берәй һүҙ әйтһә, ул да туҡмалыр ине. Ғаиләләр шулай була икән, ҡатын-ҡыҙ заты иң түбән зат икән тип үҫтем.
Шуға күрә 17 йәшемдә миңә үҙемдән ун йәшкә өлкән егет ҡарағас, уны Аллалай күрҙем. Уға кейәүгә сыҡтым. Ирем йыш эсә ине. Ауырға ҡалғас, учетҡа торорға барғайным миндә бер нисә енси ауырыу ҙа таптылар. Шул ваҡыттағы оят кисергәнем! Өҫтәүенә табип аңын-тоңон белмәй мине ныҡ итеп әрләне, мине аҙғын тип уйланы.
Иремдең йөрөгәнен һиҙә-белә инем. Сөнки таңға эске кейемһеҙ, иҫереп ҡайтып ауған саҡтары йыш булды. Унан ул мине туҡмай башланы. Атайҙан туҡмалып өйрәнгәс, шулай кәрәк икән тип уйлап түҙеп йәшәнем.
Ҡыҙыма өс йәш булғанда ирем уны ла осора һуҡты. Шунда ғына аҡылыма килдем. Ҡыҙымдың минең кеүек тамуҡта йәшәгәнен теләмәнем. Һәм айырылдым. Хәҙер яңғыҙым йәшәйем. Берәй ир йылы һүҙ әйтһә лә сәсрәп, асыуланып китәм. Ҡыҙыма 19 йәш. Ул берәй егет менән йөрөй башлаһа, ҡыҙғанам, ярһып илайым һәм ҡотом оса. Ҡыҙым миңә ҡушылып илай, нимә булғанын аңламай. Бына шунлай ауырыу итте мине "атай" тигән кеше. Ҡыҙымдың тормошона ҡағылмаһын ине минең яҙмышым! Үҙемде тоторға тырышам, әммә килеп сыҡмай. Ҡыҙым кейәүгә сыҡһа туҡмалыр, ә мин эргәһендә булмаҫмын тип ҡурҡам. Нисек тынысланырға икән? Нисек ҡыҙымды ҡурҡытмаҫҡа? Баламдың да бәхетһеҙ булыуын теләмәйем, йәрле булһын ул, бәхетле...
К.