Йөрәк яныр серҙәр бар
29 Август 2023, 16:30

Әсәйем дә ситкә этте...

Бик бай, етеш йәшәгән ғаиләнән булған егеткә кейәүгә сығып, ҙур ҡалала йәшәйҙәр. Мин һаулығым ҡаҡшап йыш ауырый башланым, инвалидлығым бар. Пенсиям бик бәләкәй. Ҡыҙымдың аҡсаһы мул икәнен белгәс, ай һайын миңә 2 мең һум күсереүен үтендем...

Әсәйем дә ситкә этте...Әсәйем дә ситкә этте...
Әсәйем дә ситкә этте...

Мин совет заманы осоронда тыуып үҫкән кеше. Атайым эсә торғайны. Эшләп йөрөһә лә, әсәйемә бер ҡасан да аҡса бирмәне. Әсәй беҙҙе – өс балаһын үҙенең йыйыштырыусы аҡсаһына үҫтерҙе. Аҡсаһыҙлыҡ, ярлылыҡ әсәйемде һәр саҡ әрләшкән, ваҡытынан алда ҡартайған ҡатынға әйләндергәндер. Беҙҙең бер ҡасан да серләшкәнебеҙ, уның мине ҡосаҡлағаны, һыйпағаны булманы. Нимә эшләһәм дә, яратманы. Үҫмер осорона еткәс битемә һытҡылар сығып бөттө. Ошонан һуң әсәйем миңә бөтөнләй көн күрһәтмәй башланы, туҡтауһыҙ мине: “Ҡурҡынысһың, битең баҡаныҡы кеүек!”-тип ситкә этте.

Әсәйемдең ошондай мөнәсәбәте булғанғамы, һәр саҡ “ҡыҙым тыуһа ине, мин уны яратыр инем” тигән хыял менән йәшәнем. Эскән атайҙан, яратмаған әсәйҙән ҡасып иртә кейәүгә сыҡтым. Яратыу ни икәнен белмәнем дә. Кем беренсе ҡараны, шуға сыҡтым да киттем. Ул миңә ҡараған өсөн генә бәхетле булып, матур ғаилә төҙөү өсөн барыһын эшләнем. Тик ирем дә эсте һәм мине туҡманы. Шулай бер туҡмағанында ауырым төштө. Айырылып икенсе кешегә кейәүгә сыҡтым. Был ирем ауырый ине, әммә бик яҡшы кеше ине. Ниһайәт, хыял иткән ҡыҙым тыуҙы. Тик уға өс йәш булғанда ирем мәрхүм булды. Башҡа кейәүгә сыҡмай, үҙемде ҡыҙыма бағышланым. Үҙем ашамаһам – ашаманым, кеймәһәм – кеймәнем, әммә ҡыҙымдың бар теләгән нәмәһе алдына ғына килеп торҙо. Балам мәктәпте, унан юғары уҡыу йортон уңышлы тамамланы. Бик бай, етеш йәшәгән ғаиләнән булған егеткә кейәүгә сығып, ҙур ҡалала йәшәйҙәр. Мин һаулығым ҡаҡшап йыш ауырый башланым, инвалидлығым бар. Пенсиям бик бәләкәй. Ҡыҙымдың аҡсаһы мул икәнен белгәс, ай һайын миңә 2 мең һум күсереүен үтендем.

Ул: “Мин һинең үҙемдең әсәйем булыуыңды бөтөнләй тоймайым. Һин минең өсөн бер кем дә түгел!”-тип телефонын һүндерҙе. Күпме шылтыратһам да, алмай.

Ни өсөн бала саҡтан шундай бәхетһеҙмен икән?! Хатта кредит артынан кредит алып, үҙем аслы-туҡлы булып үҫтергән ҡыҙым да минән баш тартты. Ни өсөн йәшәргә миңә был донъяла?..

М.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас