+21 °С
Болотло
Танышым ял итеп ҡайтҡан. Комната страха тигән ергә лә ингәндәр.
-Ҡот осмалы нәмә икән ул. Бер төркөм индек. Күптәребеҙ ире менән. Әммә дөм ҡараңғы ергә ингәйнек, каждый за себя булды ла ҡуйҙы. Ҡуйсы, ҡурҡыныс янаһа, үҙеңә генә ышанырғамы хәҙер? Аҡса түләп тороп, ниңә генә индек унда! Иремә лә һыуындым да ҡуйҙым. Комната страхала ҡулын минән ысҡындырып ситкә киткәне иҫкә төшә лә тора. Ҡуйсы инде, ҡайҙан барҙыҡ. Йөрәгең ярылып ҡуйһа өҫтәүенә...