Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
15 Август 2023, 15:15

Ҡырыҫ өләсәй бүләге

Өләсәйҙең һуңғы теләген үтәп ... байыныҡ 

Ҡырыҫ өләсәй бүләгеҠырыҫ өләсәй бүләге
Ҡырыҫ өләсәй бүләге

Йөрәк түренән

Өләсәйем бер бүлмәле фатирҙа яңғыҙы йәшәне. Беҙ килеп өйөн йыуып, таҙартып бирәйек тиһәк, һәр саҡ ҡаршы булды. Һуғышты тылда кисергән өләсәйебеҙ ныҡ ҡырыҫ булды, һөйләшеп барманы, аралашманы. Үлер алдынан: “Минең әйберҙәремде ташлар булһағыҙ ҙа, йыуып, ҡарап ташлағыҙ”,-тине.

Ул мәрхүмә булғас, апайым менән фатирҙы йыуырға тотондоҡ. Шкафтың мөйөшөндә һарғайып бөткән тәрилкәләр килеп сыҡты.

Апайым: “Ташлайыҡ та ҡуяйыҡ”,-тине.

Өләсәйҙең һәр нәмәне йыуып ташларға ҡушыуын хәтеренә төшөрҙөм. “Өләсәйҙең һуңғы һүҙен үтәйбеҙ инде, нисек шунһыҙ?”,-тинем.

Тәрилкәләрҙе айыра башлағас, ултыра төшә яҙҙыҡ. Уның һәр ҡатына берәр мең һумлыҡ аҡса ҡыҫтырылған ине. Иҫке ойоҡбаштар эсенән 30 мең һумдан ашыу килеп сыҡты. Ҡапҡаслы шәкәр, ҡайнатма һауыттарына 500-әр һум һалынған ине. Ҡырыҫ өләсәйебеҙҙең һуңғы бүләге шул булған.

Ғәҙилә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас