

Йөрәк түренән
Иптәшем менән утыҙ йылға яҡын бергә йәшәйбеҙ. Ошо уҡ ваҡытта күршеләребеҙ ҙә күсеп килде. Бер үк мәлдә ауырлы ла йөрөнөк, балаларҙы мәктәпкә оҙаттыҡ. Хәҙер туйҙар үткәрә башланыҡ. Күршеләрем шәп, уңған, матур ғаилә.
Ләкин мин нисәмә йылдар уларҙың тормошон ҡарап, үҙемдеке бик үк яҡшы булмауын аңлайым. Бар эш күршебикәмдә. Мин унан бер йәшкә кесемен хатта. Әммә хәҙер уның өлкән апаһы булып күренәм. Күршем һәр саҡ шат йылмайып сағыу кейемдәр кейеп, осоп йөрөй ҙә ҡуя. Быларҙың барыһы ла уның үҙен нисек ире һәм балалары менән тотоуҙалыр тип уйлайым. Уларҙа минең күршебикәм ханбикә кеүек, уның һүҙе закон. Ул бер ҡасан да ауыр эш эшләмәй, һарай яғына сығып та ҡарамай. Ире лә "бисәләр эше" тип ҡарап тормай уға бар эшендә ярҙам итә.
Беҙҙең ғаиләлә һәр эште мин үҙем һөйрәйем. Өйҙәген дә, һарайҙағын да, баҡсалағын да. Ирем дә, балалар ҙа миңә ярҙам итергә лә тормай. Әммә өй таҙа, өҫтәлдә һәр саҡ ашарға әҙер булырға тейеш. Күршем мине йыш ҡына сәйгә саҡырып ала. Шундай саҡта уның иренә "йәһәтерәк ҡыбырла инде, һине свежийыраҡҡа алмаштырмайынса булмаҫ инде" тигәнен ишетеп ҡурҡып киттем. Хәҙер быны ире осора һуға икән, тиһәм, юҡ тағы ла шәберәк юрғалап йөрөй янында.
Бер көн ирем мине эскәмйәлә күршем менән ултырғанды күрҙе лә сығып "ин, мине ашат, нимәңде ҡарап ултыраң" тип ҡысҡырҙы. Шул саҡ күршебикәм торҙо ла: "Ә һинең нимә ҡулың юҡмы? Бында берәй ҡол күрәһеңме әллә? Бар-бар, өҫтәлгә ултырт сәйеңде, беҙ хәҙер инәбеҙ",-тине.
Ҡурҡып киттем. Иремдән миңә лә, уға ла эләгә хәҙер тип. Тик ирем бер һүҙ өндәшмәй инеп китте. Үсекте тип уйланым. Ә ул бер нисә минуттан сығып "сәй әҙер" тип саҡырҙы. Был көндө лә, артабан да миңә был хәл тураһында бер һүҙ өндәшмәне. Күршебикәнең шаян итеп хәбәр һөйләүен иҫе китеп тыңлап ултырҙы. Ә бөгөн ирем миңә: "Әйҙә һиңә күршенекенән дә сағыуыраҡ күлдәк һатып алайыҡ. Сәскәле! Йәш сағыңдағы кеүек", тине.
Аптырап ултыра төшә яҙҙым. Өйҙә уңайлы халат кейеп, эш эшләгәндә малайҙарҙан ҡалған футболка-триконы кейеп өйрәнеп киткәнмен. Был хәлгә ҡыуанырғамы әллә көйөргәме? Хәҙер ирем әллә күршебеҙгә ғашиҡ булдымы икән тип ҡурҡа башланым.
Ләйсән.