

Һөйгәнемде ҡырҡ йәште үткәс таптым! Мөхәббәт барлығына ла ышанмай инем инде. Туғандар ҙа өйләнергә өгөтләп арып ҡул һелтәгәйне.
Ниңәлер интернет аша танышыу яҡшылыҡҡа алып бармай тейҙәр. Ә мин ошо интернет аша таптым һөйгәнемде. Бер ҡыҙҙың фотоһы оҡшаны ла лайктар ҡуя башланым. Үҙенә яҙырға баҙнат итмәнем. Үҙе яҙҙы! Йөҙөгөҙ таныш күренә, беҙ танышмы әллә? тип.
Кәләш хәҙер көлә. Нимә тип яҙырға белмәнем дә шулай тип яҙҙым тей. Интернет аша өс ай яҙышҡас осрашырға булдыҡ. Йөҙ саҡрым араны үткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ул миңә тәү күргәндә үк оҡшаны. Хәҙер бына көҙ туй үткәрербеҙ тип йөрөйбөҙ. Туғандар тәүҙә интернет аша танышҡанды ишетеп кире өгөтләй башлағайны. Унда йүнле ҡыҙҙар бармы? тип.
Бар, бар! Киреһенсә, оялсан ҡыҙҙар ултыра бында, бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәгән. Шуға күрә йәштәр, яңғыҙ йәшәмәгеҙ! Үҙ парығыҙҙы эҙләгеҙ, табығыҙ, һөйөлөгөҙ һәм һөйөлөгөҙ.
Шуны ла әйтеп үткем килә, мин өсөнсө группа инвалидмын. Әммә эшләйем, тулы тормош алып барам. Кәләш быны ишеткәс мине күрергә лә теләмәҫ тип уйлағайным, әммә ул барыһын да аңланы һәм мине нисек бар шулай ҡабул итте. ОШо үҙе бәхет түгелме ни?!
Айрат.