

Биш йыл йәшәгәндән һуң ғаиләбеҙ тарҡалыу сигенә етте. Барыһында ла иремдең туғандарының беҙгә ҡыҫылыуы ғәйепле. Кейәгә сығыр алдынан мин иремә етерлек аҡсабыҙ булмайынса бала тапмаясаҡмын тинем. Ул риза булды. Ә хәҙер көн-төн күмәкләп мине ашайҙар. Атаһы менән әсәһе ул бала тапмаған килен нимәгә ул тип иремде аптырата, миңә лә килеп ишетелә уларҙың алама һүҙҙәре.
Иремә аңлатам, мин эштән китһәм, уның эш хаҡы ғына буласаҡ, ә ул беҙгә етмәй тип. Ә ул миңә "һиңә кейем, косметика һатып алырға, тырнаҡ-керпек эшләтергә кәрәкмәйәсәк бит, бына һиңә экономия" ти. Тимәк, ул миндә генә экономиялап бала үҫтерергә уйлай. Минең әсәйем һәр саҡ үҙе аҡса эшләне, ә ауырып китеп оҙаҡ больничныйҙа ятҡайны, атайым беҙҙе ташлап китте. Ул бер эш хаҡына йәшәүҙе күтәрә алманы. Һәр саҡ әсәйҙән "аҡсаны ҡайҙа иттең?" тип аптыратты. Быға тиклем әсәй аҙыҡ-түлек тә һатып алып, өҫтөбөҙгә кейемде лә үҙе алыуға өйрәнгән ине. Шуға күрә әсәйем атай ташлап киткәс "бер ҡасан да иргә ҡарап ултырма, үҙеңә һәм балаңа етерлек аҡсаны үҙең эшлә" тип өйрәтте.
Өҫтәүенә ҡәйнәм аҙнаһына бер мәртәбә килеп иҙәнен йыуыуҙы талап итә, башҡа эштәр ҡуша. Ә мин өлгөрә алмайым! Үҙ аҡсама ҡәйнәмдең эшен эшләргә кеше табам тинем. Күҙҙәре дүрт булды, риза түгелдәр. Ә ағаһы һәм ҡустыһының ҡатындары һәр саҡ барып ярҙам итеп йөрөйҙәр. Улар миңә үрнәк итеп ҡуйыла һәм минең ялҡау, эшкинмәгән килен булыуымды еткереп торалар.
Иремде яратһам да, хәҙер уға һыуына башланым. Сөнки уның алға ынтылышы юҡ. Башҡалар кеүек уйламайынса бала табып, бурысҡа батып, бар нәмәне кредитҡа алып йәшәргә уйлай. Ә мин улай йәшәгем килмәй! Минең дә, буласаҡ баламдың да барыһы ла иң яҡшыһы булырға тейеш. Ошо хаҡта һөйләшеп көн дә талашабыҙ. Айырылырға тура килерме икән?
Сәлиә.