Ҡабул итә алмайым

Өҫтәүенә улыбыҙ бер күрмәгән шул атаһы менән хәҙер аралашып алып китте, уға ла атай ти. Шулай инде хәҙер кеше булды, уҡыттыҡ, туйын үткәрҙек, фатир алып бирештек. Хәҙер атай икенсе!

Ҡабул итә алмайымҠабул итә алмайым
Ҡабул итә алмайым

Ҡатыным үлгәнгә дүрт йыл үтте. Әммә ошоға тиклем күңел тыныслығы таба алмайым. Беҙ бик матур йәшәнек. Уның улын үҙемдекеләй ҡарап үҫтерҙем. Уртаҡ ҡыҙыбыҙ үҙ аллы хәҙер.

Ҡатыным ҡапыл ауырып китте һәм бер айҙан ташлап та китте. Үҙ аяғында йөрөгәс, ятмағас үлер тип уйламаным да. Беҙ ҡысҡырышып яратышып йәшәмәнек. Икебеҙ ҙә тыныс кеше булдыҡ һәр саҡ, баҫалҡы. Әммә ул да, мин дә бер-беребеҙҙе яраттыҡ, быны тойҙоҡ.

Ҡатыным менән танышҡанда бер йәшлек балаһы бар ине, беренсе мөхәббәтенән алданған ине. Беҙ был хаҡта башҡа бер ҡасан һөйләшмәнек йәшәнек тә киттек матур итеп. Улыбыҙҙың атаһы берҙе лә килгәне, һорашҡаны булманы. Ҡатынымдың мине ташлап киткәнен ҡабул итә алмайым. Уның мине ҡалдырыуына асыуланам, йәнем көйә уға, хыянат һымаҡ ҡабул иттем, ғәфү итә алмай китәм. Беләм улай ярамауын, әммә ярһыуым үтмәй.

Өҫтәүенә улыбыҙ бер күрмәгән шул атаһы менән хәҙер аралашып алып китте, уға ла атай ти. Шулай инде хәҙер кеше булды, уҡыттыҡ, туйын үткәрҙек, фатир алып бирештек. Хәҙер атай икенсе. Шуға күрә уға килеп йөрөмә тинем. Ҡатыныма асыуланып, уның фотоһына ҡарап бар үпкәмде һөйләйем, әрләйем. Үҙемдең ошондай хәлемдән үҙемде күрә алмаҫ хәлгә еттем. Ҡасан ҡатынымдың үлемен ҡабул итеп, тыныслана алырмын икән? Әллә үҙем үлгәнсе шулай ыҙалармынмы икән?

М.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас