Нимә эҙләй икән?

Бер көн килеп инһәм, ҡәйнәм тағы минең шкаф янында. Ҡулында күлдәгем. Тағы мин ғәйепле түгел тип әйтәң инде, тием...

Нимә эҙләй икән?Нимә эҙләй икән?
Нимә эҙләй икән?

Иптәшем менән яратышып өйләнештек. Ике йыл йәшәгәс, ул себергә эшкә китте. Мин бер йәшлек ҡыҙым һәм ҡәйнәм менән йәшәйем.

Ирем эштә саҡта ҡәйнәмдең сәйер бер һыҙаты асылды. Ул минең шкафымды аҡтара. Мин ул яҡтан бик тәртиптә тәрбиәләнгәнмен. Кейемдәрем, япмалар, таҫтамалдар үҙ урынында, таҫлап һалына. Эске кейемдәрем тартма йәшниктәрҙә. Ҡәйнәм иң тәүҙә шуларҙы аҡтара башланы. Болғап, ҡайһы берәүҙәрен иҙәнгә ташлап китә. Унан башҡа кейемдәремә күсте. Уртаҡ таҫтамал, ҡыҙым, иремдең кейемдәренә теймәй.

Бер көн түҙмәй һораным, ниңә улайтаң тип. Өндәшмәне. Әммә иремә шылтыратып мин уны буштан-бушҡа рәнйетә тип әйткән. Иремә хәлде һөйләп бирҙем. Ышанмай миңә! Ул әпсәһен ныҡ ярата.

Бер көн килеп инһәм, ҡәйнәм тағы минең шкаф янында. Ҡулында күлдәгем. Тағы мин ғәйепле түгел тип әйтәң инде, тием.

Иҙәндә аунап ята ине! Мин йыйыштырҙым! Һин үҙең һәпрә, тип ҡысҡырҙы. Шул көндө үк илап ҡыҙына китте. Ирем мине шылтыратып әрләне лә, хәҙер минең менән бөтөнләй һөйләшмәй. Тәүҙә әсәйҙән ғәфү үтен, ти.

Ә ниңә миңә ғәфү үтенергә? Минең ғәйебем юҡ бит. Әммә иремде лә юғалтҡым килмәй. Ул әсәйҙән ғәфү үтенмәһәң бергә йәшәмәйәсәкбеҙ, ти. Миңә нимә эшләргә икән? Минең әсәйем юҡ шул ярҙам һорарға. Үгәй әсә ҡулында үҫтем. Кәңәш бирегеҙ, апайҙар, ҡәйнәләр!

Зилә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас