Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡартайғас - ташлай ул һине!

Ирҙең беренсе ҡатыны ҡыҙҙарын аталары менән аралаштырманы, үҙе әллә нисә кейәүгә сыҡты, тик уңманы. Бәлки, ғашиҡ булған ирен ғәфү итеп, ысын күңелдән бәхет теләһә, ул да үҙ яҙмышын табыр ине...

Ҡартайғас - ташлай ул һине!
Ҡартайғас - ташлай ул һине!

Хәҙер танышыма – 39, иренә – 64, улдарына 18 йәш. Ҡасандыр 20 йәшлек ҡыҙҙың 45 йәштәге ир менән йөрөй башлауы шул тиклем шау-шыу тыуҙырғайны. Танышым һөйгәненең өлкән ҡыҙынан 4 йәшкә кесе ине. Әммә уларҙың бер-береһен шул тиклем яратыуы аптырата ине. Беренсе ҡатындың: “Бына, ҡартайғас ташлай ул һине! Тубыҡланып ҡайтып инерһең әле!”-тип ҡарғап ҡалыуы ла ысынға сыҡманы.

Ир йортон да, машинаһын да беренсе ғаиләһенә ҡалдырҙы. Тәүҙә улар алама ғына бер өйгә түләп йәшәнеләр. Ир әллә ҡартатаһынан ҡалған “Москвичын” сығарып шуның менән йөрөнөләр. Ләкин нимәһе аптырата ине. Уларҙың мөхәббәте. Бер-береһенән күҙҙәрен ала алмауы. Ярай, ир йәш ҡыҙ, унан ҡатыны булған кешегә иҫе киткәндер тип уйлайыҡ. Әммә танышым да ирен ныҡ ярата. Әкренләп тормоштарын яйға һалдылар, ҙур йорт төҙөнөләр, матур машина алдылар, улдары институтҡа инде. Тик уға тиклем ике балаға алимент түләгән һәм бер нәмәһеҙ ҡалған ир һәм йәш ҡатын бик скромно, хатта ярлы йәшәне. Әммә был да һөйөүҙәрен үлтерә алманы бит!

Әле танышымды дауахана янында осратҡайным, бик борсоулы. Иптәше ауырып киткән икән, шуға бутҡа, бешкән итте ваҡ итеп турап алып китеп бара. “Һуңғы осор ашҡаҙаны менән ыҙалай, берәй ҙур ергә алып барып ҡайтырбыҙ тейбеҙ улым менән. Әҙерәк хәл инһен дә”. Ә күҙҙәрендә йәштәр, ә үҙе һаман иренә шундай мөхәббәт менән яна. Шулай булғас йәш ҡыҙҙар өлкәндәргә аҡса өсөн генә сыға тип уйламағыҙ. Бына шундай һөйөү ҙә була! Ә ирҙең беренсе ҡатыны ҡыҙҙарын аталары менән аралаштырманы, үҙе әллә нисә кейәүгә сыҡты, тик уңманы. Бәлки, ғашиҡ булған ирен ғәфү итеп, ысын күңелдән бәхет теләһә, ул да үҙ яҙмышын табыр ине.

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: