Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мин ғәйеплеме?

Кис әсәйемә килһәм, ул дауаханала. Ҡулын һындырған! Нисектер итеп һындырған, операция эшләйәсәктәр. Әсәйем: “Һине төшөмдә насар итеп күреп бөткәйнем. Әйҙә көнө буйы һиңә доғалар уҡыным. Шул уйланып йөрөп боҙҙо күрмәй баҫып тайып ҡоланым”,-ти. Ҡайтҡас ныҡ итеп иланым, әле лә илайым. Әсәйем минең ҡазаны үҙенең өҫтөнә алған бит...

Мин ғәйеплеме?
Мин ғәйеплеме?

Светофор янынан йүгереп үтеп барам. Ныҡ ҡабалана инем. Йәшел яныр-янмаҫтан йүгереп киттем. Шул саҡ артымдан берәүҙең: “Йүгермә, һин бөгөн ҡулыңды һындырасаҡһың! Гипс ҡына түгел, операция ла кәрәк буласаҡ!”-тип ҡысҡырғанын ишеттем.

Әйләнеп ҡараһам бер әбей. “Ҡарғышың үҙ башыңа төшһөн”,-тинем дә, артабан йүгерҙем. Бындай осраҡта нимә әйтергә икәнен белмәй инем.

Кис әсәйемә килһәм, ул дауаханала. Ҡулын һындырған! Нисектер итеп һындырған, операция эшләйәсәктәр. Әсәйем: “Һине төшөмдә насар итеп күреп бөткәйнем. Әйҙә көнө буйы һиңә доғалар уҡыным. Шул уйланып йөрөп боҙҙо күрмәй баҫып тайып ҡоланым”,-ти.

Ҡайтҡас ныҡ итеп иланым, әле лә илайым. Әсәйем минең ҡазаны үҙенең өҫтөнә алған бит. Әгәр мин әбейгә ҡарғышың үҙеңә төшһөн тип әйтмәһәм, әсәйем һау булыр ине. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Т.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: