Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ә мин илайым...

Мине ҡасандыр үлеп яратҡан кеше миңә сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы. Таныһа ла “булмаҫ, ул түгелдер” тип уйлағандыр. Утыҙға ла етмәй 50 йәшлек булып күренгән, алама кейемдәге ҡатында беренсе мөхәббәтен танымауы бер яҡтан ныҡ ҡыуандырҙы ла. Танымаған ғына булһын инде! Оят бит, оялам...

Ә мин илайым...
Ә мин илайым...

Яратҡан кешегеҙгә кейәүгә сыҡмағыҙ, ҡыҙҙар! Бының ни тиклем ауыр икәнен белһәгеҙ! Минең арттан егеттәр күп йөрөнө. Аҡыллы, ата-әсәле, етеш йәшәгән береһенә кейәүгә сығырға әҙерләнеп бөткән ерҙән иремде осраттым. Бер нәмәһе лә юҡ ине, 9 класс ҡына бөткән. Атаһы юҡ, әсәһе эсә. Барыһын аптыратып шуға йәбешеп тигәндәй кейәүгә сыҡтым. Мин кейәүгә сығырға әҙерләнгән егетем күҙ йәштәре аша: “Ни эшләйһең һин, яратам бит һине” тип ялбарҙы. “Юҡ, мин уны яратам!” тип ҡысҡырҙым барыһына ла.

Һөҙөмтәлә нимә? Мин иремде, 4 йәшлек улыбыҙҙы, эскесе ҡәйнәмде ҡарайым. Көҙгөнән арыған, таушалған ҡатын ҡарай миңә. Яңыраҡ магазинда кейәүгә сыҡмаған егетемде осраттым. Ул да өйләнде. Ҡатынын биленән ҡосаҡлап ҡына йөрөтә. Уныһының өҫтөндә ҡиммәтле кейем, бармаҡтарында, ҡолаҡтарында ҡиммәтле биҙәүестәр ялт-йолт итә, бейек үксәле туфлиҙар...

Үҙем дә һиҙмәҫтән ҡасандыр мине үлеп яратып, минең өсөн илап йөрөгән йәш иргә башымды һелкеп, һаулыҡ һораштым. Үҙенән-үҙе килеп сыҡты нисектер

Мине ҡасандыр үлеп яратҡан кеше миңә сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы. Таныһа ла “булмаҫ, ул түгелдер” тип уйлағандыр. Утыҙға ла етмәй 50 йәшлек булып күренгән, алама кейемдәге ҡатында беренсе мөхәббәтен танымауы бер яҡтан ныҡ ҡыуандырҙы ла. Оят бит, оялам...

Я.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: