

Йөрәк түренән
Ағайым балалы ҡатынға өйләнгәйне. Ул саҡта малайға 5 йәш ине. Еңгәй улын йыш ҡына минең атайым һәм әсәйемә ҡалдыра ине. Ә тиҙҙән ул бөтөнләйгә баланы уларҙа ҡалдырҙы. Атай менән әсәй уны тәрбиәләп, аяҡҡҡа баҫтырҙы. Хәҙер ул ситтә йәшәй.
Еңгәйем ағайымдан тапҡан баланы ла йәш ярымлыҡ сағында уҡ ата-әсәйемә алып килеп ҡалдырып китте. Был малай атай менән әсәйҙең үҙ балаһы кеүек үҫте. Аҡыллы, яҡшы уҡый, тәрбиәле. Тиҙҙән уға 18 йәш тула. Ике йыл элек атайыбыҙ үлеп ҡалғас, әсәйемә аҡса ебәреп торам, күстәнәстәр ебәрәм. Шундай саҡта әсәйҙең: “Шоколадты әҙ һалғанһың. Ҡустыңа кәрәк бит”,-тип үпкәләүе аптырата. Һуң ул баланың үҙ ата-әсәһе бар бар бит! Әйткәндәй, еңгәй улын бөтөнләй күрмәй тиерлек. Ағай өс эштә эшләй, ә ул эшләмәй. Балаһын да ҡайны-ҡәйнәһе үҫтерҙе.
Хәҙер әсәй минең шул малайҙы үҙемдең ҡалаға алып китеүҙе талап итә. “Ул бит үтә аҡыллы, тыныс, кешеләргә өйрәнмәгән. Һиндә йәшәп, берәй ерҙә эшләп ҡараһын, кешеләргә өйрәнһен” ти.
Әммә минең үҙемдең улым бар! Уға 22 йәш. Эшләй ҙә, уҡый ҙа. Ирем, мин һәм улым фатирыбыҙға кискә, йоҡларға ғына ҡайтабыҙ. Миңә икенсе бала кәрәк булһа, мин үҙем табыр инем. Кеше балаһы миңә нимәгә кәрәк ул? Ул бит етем түгел! Үҙ ата-әсәһе бар! Шуның арҡаһында әсәйем минең менән һөйләшмәҫ булды. “Һин – эгоистка! Үҙең өсөн генә йәшәйһең!” -ти. Ә мин кем өсөн йәшәргә тейеш? Әллә мин яңылышаммы?
Әлфиә.