

34 йәштәге һылыу, аҡыллы, матур заттан: “Нисә бәпесең бар?”-тип һорап уңайһыҙ хәлгә ҡалдым. Хәйер, уңайһыҙ хәлгә генә ҡалдыммы? Унан аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ни өсөн кейәүгә сыҡмауы тураһындағы фекерен дә ишеттем. Һеҙ ҙә белегеҙ. Бәлки, кемгәлер фәһем йәки ҡыҙыҡлы булыр.
- Бәпестәрем юҡ минең! Сөнки мин бер ҡасан да кейәүҙә булғаным юҡ һәм уйламайым да. Ни өсөнмө? Сөнки ысын ир-егеттәр юҡ бит. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарайым да аптырайым: ниндәй булһа ла булһын, тик ирле булырға тигән принцип менән йәшәйҙәр. Шундай әҙәмде янында тотор өсөн генә уға аҡса бирәләр, үҙ өйөнә йәшәргә индерәләр. Улар бит шулай ирҙәрҙе ҡатын елкәһендә йәшәгән паразитҡа әйләндерә. Берәйһе менән осраша башлаһаң, бер-ике көндән: “Әйҙә, һинең фатирыңда ғына осрашайыҡ”,-тигән тәҡдим индерә һала.
Әлбиттә, кафеға алып барырға йә тәбиғәткә сығырға йә сәйәхәт итергә уның аҡсаһы китә бит. Йәки: “Мин һиңә күсеп киләйем әле”,-тип аптыраталар.
Ә ул ни өсөн ҡырҡ йәшенә тиклем үҙенә фатир йә өй эшләй алмай, һаман ата-әсәһе менән йәшәп ята? Ир кеше кәләшен үҙ ҡыйығы аҫтына алып ҡайтырға тейеш бит.
Аптырағас сит ил кешеһе менән танышырға булдым. Сөнки телдәр өйрәнәм, аралаша алам. Уныһы шунда уҡ: “Һеҙҙә Рәсәйҙә туғыҙ-ун ҡатынға бер ир тура килә икән”,-тине эре генә.
Бының тел төбөнән, йәнәһе, беҙҙең илдә ир юҡ тип мин уның алдында шунда уҡ түшәлеп ятырға тейеш икәнлегемде аңланым. Түшәлмәй торайым әле! Ана бара юлың тинем.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Әҙерәк үҙ ҡәҙерегеҙҙе белһәгеҙсе! Юғиһә, ирҙәр өсөн үҙегеҙ түләп, уларҙы балалай ҡарап, уларҙың ирлеген алып бөттөгөҙ. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙенә ҡаратам тип йүгереп йөрөгән ир-егеттәр ҙә юҡ бит. Ә ниңә? Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре йүгереп килеп етергә әҙер. Шуға күрә ҡәҙерегеҙ ҙә юҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.