

Ҡартатай менән өләсәй алтмыш йылға бергә йәшәйҙәр. Күпме иҫләһәм дә, улар һәр саҡ талаша торғайны. Ныҡ итеп түгел, әммә тауыштарын күтәреп һөйләштеләр.
Өләсәйем һәр саҡ нимәгәлер мыжыны, ҡартатайым шуға асыулана торғайны. Һуңғы айҙа өләстең һаулығы ҡаҡшаны. Ул хәҙер өйҙән сыҡмай, күберәк ята. Ҡартатай магазинға бара, өләсәйҙе ҡарай. Беҙ йыш барабыҙ, телефон аша һөйләшеп торабыҙ. Бөгөн шылтыратһам, ҡартатай алды. “Бына магазинға барып килдем дә, аш бешереп, өләсәйеңде ашаттым”,-ти.
Унан телефонды өләсәй алып: “Ҡартатайың мине ашатты ла, карауатҡа алып барып һалды. Йөрөгәндә лә ярҙам итә. Сөнки хәҙер ул мине ярата башланы”,-тимәһенме!
Бына бит өләсәй ҡартатай яратмай икән тип мыжыған ғүмере буйы. Ә ҡартатайыбыҙ шәп беҙҙең, дәртле баҫып йөрөй, барыһын да эшләй, хатта ҡайһы бер егеттәрҙән дә уҙҙыра. Шуға күрә ҡәҙерлеләрем өсөн күңелем тыныс.
Милә.