

“Хәҙер үҙебеҙ генә йәшәгәс, тынсып ҡалдыҡ. Ҡәйнәм менән ыҙаларға тура килде”,-тип уфтанды был ҡатын. “Юҡ, ул насар булманы, ауырыны. Тик ундай сирҙән Хоҙай үҙе һаҡлаһын”,-тип түбәндәгеләрҙе бәйән итте.
- Кешеләргә бушҡа ғына бәхетле ҡартлыҡ теләмәйҙәрҙер. Минең ата-әсәйем иртә мәрхүм булды. Ҡәйнәм икенсе ауылда йәшәй ине. Балалар менән барып йөрөнөк, барыһы ла яҡшы ине. Тик өлкәнәйә бара ул яңылыша башланы. Дауаханаға күрһәткәс, Альцгеймер ауырыуы, ул төҙәлмәй тинеләр. Ирем уны беҙгә күсергә саҡырҙы, тик ҡәйнәм ҡырҡа ҡаршы ине. Тиҙҙән ауылдаштары беҙгә көн дә шылтырата башланы: янғын сығара яҙған, төнөн кешеләрҙе уятып, урлыҡта ғәйепләп йөрөгән, бер кешегә һуҡҡан... Бер көн зиһене асылып киттеме икән, иремә шылтыратып: “Улым, алып ҡайт үҙеңә. Мин былай йөрөһәм, юҡҡа сығасаҡмын”,-тине.
Шунан беҙҙең “күңелле” тормош башланды. Ул беҙҙе туҡтауһыҙ уның йортон тартып алып, уны бикләп тотоуҙа, ашатмауҙа ғәйепләне. Әле генә ашатаң, биш минуттан һуң: “Мин өс көн ашағаным юҡ”,-тип илай.
Бер көн нисектер өйҙән ҡасып китеп, полиция менән көскә таптыҡ. Ауырып атлай алмай түшәктә ятҡанда ла шыуышып ҡайҙалыр ҡасырға маташа ине. “Ҡайҙа бараһың?”-тип һораһа., “Өйҙә әсәйем көтә”,-тиер ине. Әҙәм балаһы ғүмер буйы әсәһенә ынтылалыр инде шулай.
Беҙ уны 8 йыл ҡараныҡ. Аҡылына килмәне. Үлер алдынан ғына һис ауырымаған һымаҡ матур итеп бәхилләште. Барыбыҙҙы ла таный, барыһын да аңлай ине. Илап бәхилләштек. Эй, Хоҙай, бәхетле ҡартлыҡ бир, аҡылыбыҙҙы алма инде!
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.