Йөрәк яныр серҙәр бар
10 Февраль 2023, 15:00

Ярҙам итте...

Көн һайын аптыратҡас, ярай тип, ризалаштым. Кискеһен килде. Тәүҙә өйөрөлөп йөрөп өйөмдө ҡарап сыҡты...

Ярҙам итте...Ярҙам итте...
Ярҙам итте...

Ярҙам итте...

Таныш ҡатын миңә ярҙам итергә булып китте. “Кәрәкмәй” тиһәм дә, “Һинең балаларың күмәк, ә миндә үҙеңә лә, уларға ла етерлек кейем ята. Сепрәккә тигән аҡсаңды икенсе нәмәгә тотонорһоң”,-тине.

Көн һайын аптыратҡас, ярай тип, ризалаштым. Кискеһен килде. Тәүҙә өйөрөлөп йөрөп өйөмдө ҡарап сыҡты. Ашарға әҙерләп, сәй ҡайнатып ҡуйғайным. Өҫтәл артынан ике сәғәттәй тормай аптыратҡандыр. Минең эшләйһе эштәрем байтаҡ, ә ул тик ултыра. Көскә сығып китте. Соланға ҡуйған әйберҙәрен ҡарайым әле тип асып ебәрһәм!..

Совет заманынан ҡалған синтетик кофталар, уларында һап-һары таптар, эләгеп-тишелеп бөткән салбар һ.б. Шул уҡ көндө сүплеккә алып барып ырғыттым. Уның ҡарауы ул хәҙер барыһына ла нисек миңә “кейемләтә” ярҙам итеүен генә түгел, ә минең өйҙәге буяғы уңа башлаған иҙән, түтәлдәге сүп һ.б. тураһында һөйләп йөрөй. Кешенең өйөнә инһәң – һуҡыр, сыҡҡас телһеҙ бул, тигәнде белмәйҙер был өлкән апай.

Г.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас