Күңел түренән
Ирем иң яҡын дуҫы менән һуғышып ҡайтҡан. Кем менән булмай тиерһегеҙ? Шулайҙыр! Әммә иллене үткән ирҙәрҙең һуғышып йөрөүе оят бит! Икеһенең дә өҫтө бысраҡ, дуҫының күҙе күгәргән. Ә улар тыуғандан дуҫ тиергә була. Сөнки мин ошо ауылға килен булып төшкәс тә, барыһы ла уларҙың дуҫлығы тураһында һөйләне. Хатта йәш саҡта иремде дуҫына көнләшә инем. Ә күпме тапҡыр бер-береһенә ярҙам итте улар! Өй һалыштылар, машина ҡыуып алып ҡайттылар, балаларҙы бергә Өфөгә институтҡа алып барып урынлаштырҙылар. Ирем ауырығанда, дуҫы янынан китмәне. Больницаларға бергә алып йөрөп кеше итеп алдыҡ. Һәм шулар һуғышһынсәле! Икеһе лә ҡартатай өҫтәүенә!
Иремдән көскә сәбәбен белә алдым. Эскәс кенә әйтте уныһын да. Дуҫы уға “һин подкаблучник булдың ғүмерең буйы. Бисәң һүҙенән сыҡмағаның етмәгән, бисәләр эшен эшләйһең” тигән.
Ел ҡайҙан иҫкәнен беләм. Дуҫының ҡатынынан. Ирҙәребеҙ яҡын булһа ла, беҙ яҡыная алманыҡ. Сөнки уның бисәһе һәпрә, үҙен ҡарамай, бер туҡтауһыҙ эш күп булыуына зарлана, ҡалаға күсергә хыяллана. Ә беҙ ирем менән ысынлап та бар эште бергә эшләйбеҙ. Мин дә бит ирҙәр эше тип тормайым, көрәк-һәнәген дә, сүкеш-балтаһын да тотам. Тик уны бер кем күрмәй, ә ирем миңә тәҙрә йыуышып, нимәнелер аҡларға ярҙам итеп, эре керҙәрҙе элһә – барыһы ла күрә. Шулай бергә-бергә татыу йәшәгәнгә ни етә?! Иремдең миңә ярҙам итеүен дуҫының ҡатыны күрә алмай. Үҙемә лә әйткәне бар “иреңде бисәгә әйләндереп бөткәнһең” тип. Тегенең дә ҡолағына йылдар дауамында ныҡ төшөргәндер инде.
Ирем емеш-еләк йыйышып, уны таҙартышһа ла, бар ауыл һөйләй. Һөйләһендәр, иҫем китмәй. Тик бына ике йән дуҫтың дуҫлығын нисек ҡайтарырға икән? Иремде көскә өгөтләп, ҡунаҡҡа саҡырып ҡарағайным, килмәнеләр. Ҡатыны “алдаштырып араҡы эсереп, туҡмағанын онотторорға уйлайһығыҙмы? Полицияға ла жалоба яҙып бирәм әле” тип смс ебәргән.
Шулай булғас кем подкаблучник була – уның ире бит. Бисәһен тыңлап, дуҫына килмәгәс. Икеһендә лә ғәйеп бар бит.
Ҡатындар, ирҙәр дуҫлығына төшмәйек! Улар беҙҙең кеүек илай белмәй, эстән йөрәген бөтөрә бит. Ана минең ирем нисәмә төн йоҡламай, уфтанып ята. Миңә лә бик ҡыйын бабайыма бер нисек тә ярҙам итә алмағас!
Л.