Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
5 Февраль 2023, 20:00

Ауырыу итте мине

Ҡыҙымдың минең кеүек кисерештәр менән йәшәгәнен теләмәнем. Һәм айырылдым. Хәҙер яңғыҙым йәшәйем. Ҡыҙыма 19 йәш. Ул берәй егет менән йөрөй башлаһа...

Ауырыу итте мине
Ауырыу итте мине

Күңел түренән

Атайҙар ҡыҙҙарын иғтибар менән һәм иркәләтеп үҫтерергә тейеш. Ошонан уларҙың киләсәктәге тормошо ярала. Сөнки атаһына ҡарап, ҡыҙ ир бәхете таба.

Минең атайым бала саҡтан мине кешегә һанаманы. Бер ҡасан да уның миңә иркәләп әйткән һүҙе булманы. Мин уға күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡа инем. Әгәр ниҙер оҡшамаһа, атайым мине ҡайыш менән дә, сыбыртҡы менән дә ярҙы. Ағайыма ауыр һүҙ ҙә әйткәне булманы. Мин үҙемде иң алама, һөйөүгә, матур һүҙҙәргә хаҡы булмаған кеше тип үҫтем.

Шуға күрә 17 йәшемдә миңә үҙемдән ун йәшкә өлкән егет ҡарағас, уны Аллалай күрҙем. 18-ҙә уға кейәүгә сыҡтым. Ирем йыш эсә ине. Ауырға ҡалғас, учетҡа торорға барғайным миндә бер нисә енси ауырыу ҙа таптылар. Иремдең йөрөгәнен белә инем. Сөнки таңға төрөсөкһөҙ, иҫереп ҡайтып ауған саҡтары булды. Унан ул мине туҡмай башланы. Атайҙан туҡмалып өйрәнгәс, шулай кәрәк икән тип уйлап йәшәнем. Ҡыҙыма өс йәш булғанда ирем уны осора һуҡты. Шунда ғына аҡылыма килдем.

Ҡыҙымдың минең кеүек кисерештәр менән йәшәгәнен теләмәнем. Һәм айырылдым. Хәҙер яңғыҙым йәшәйем. Ҡыҙыма 19 йәш. Ул берәй егет менән йөрөй башлаһа, ҡыҙғанам, ярһып илайым һәм ҡотом оса. Бына шунлай ауырыу итте мине "атай" тигән кеше.

К.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: