Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
30 Ғинуар 2023, 20:00

Атырға әҙер ине лә...

Ул ҡыҙыу холоҡло булғас, беҙ йыш талаштыҡ. Өҫтәүенә ныҡ ҡыҙғана ине. Шуға күрә беҙ ташлаштыҡ. Был хәлдәрҙән һуң ун биш йыл ваҡыт үтеп киткән. Яңыраҡ был, хәҙер инде ир, мине Вконтактенан эҙләп тапты ла, туҡтауһыҙ яҙа башланы...

Атырға әҙер ине лә...
Атырға әҙер ине лә...

Күңел түренән

Студент саҡта бер егет менән йөрөгәйнек. Мин уны ныҡ яратҡан һымаҡ инем. Ул шул тиклем батыр, матур булып күренә ине. Тиҙ генә ҡыҙып бара торған холҡо ла бар ине.

Йыш ҡына “Донъяла ирҙәренә һәм ҡатындарына хыянат иткән бар кешеләрҙе пулемет менән ҡырып бөтөрөр инем” тип ҡабатларға яратты. Кемдеңдер, айырыуса ҡыҙҙарҙың егеттәренә хыянат иткәнен ишетһә, сәсрәп китер ине.

Ул ҡыҙыу холоҡло булғас, беҙ йыш талаштыҡ. Өҫтәүенә ныҡ ҡыҙғана ине. Шуға күрә беҙ ташлаштыҡ. Был хәлдәрҙән һуң ун биш йыл ваҡыт үтеп киткән. Яңыраҡ был, хәҙер инде ир, мине Вконтактенан эҙләп тапты ла, туҡтауһыҙ яҙа башланы. “Әйҙә осрашайыҡ, машина менән елдереп килеп етәм. Йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп алырбыҙ машинала булһа ла, тик духи һөртмәй сыҡ, әтеү ҡатыным һиҙәсәк” ти.

Мин иремде яратыуымды, башҡа бер кем менән дә осрашырға теләмәүемде белдергәс, ялбара башланы. Йәш саҡта хыянатсыларҙы пулемет менән атып үлтерергә йөрөгәнен дә онотҡан. Төнөн теләһә ниндәй фотоларын ебәрә башлағас, черный списокка ташланым. Ни тиклем үҙгәрә кешеләр. Әлдә уға сыҡмағанмын...

Румисә.

Һүрәт – интернет селтәренән

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: