Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
28 Ғинуар 2023, 14:55

Килен хәсрәте

Ирем өндәшмәгәс, әйтеп ҡарағайным, мине лә һүгенеп әрләп ташланы. “Нимәлер оҡшамаһа бөгөн сығарып ырғытам мин һине! Улыма – бисә, ейәндәргә әсәй табырмын!”-тип ауыҙымды яптырҙы...

Килен хәсрәте
Килен хәсрәте

Килен хәсрәте

Оҙаҡ ваҡыт ситтә йәшәгән ҡәйнә кеше беҙҙең менән ваҡытлыса йәшәй башланы. Ул себер тарафтарында йәшәй. Әммә бындағы дауаханаға килеп операция яһатты. Хәҙер хәл йыйып ята улында йәғни беҙҙә. Ике ай үтте, әммә йөҙ ҙә ике йыл үткәндәй тойола. Сөнки арыным ул ҡәйнәнән! Минең ирем шул тиклем әҙәпле һәм аҡыллы. Был уның әсәһе түгелдер ул!

Ҡәйнәм тик һүгенеп һөйләшә. Әллә ниндәй быға тиклем ишетмәгән һүгенеү һүҙҙәрен ишетеп бөттөк. Үҙебеҙ ярай. Балалар бар бит! Оялмай ҙа, уйламай ҙа, бер туҡтауһыҙ һүгенә. Икенсе шаҡ ҡатырғаны булды - ҡәйнәм тәмәке тарта. Саҡ терелеп сыҡтым тимәй, борҡолдата ғына. Ирем тартмай. Беҙ тәмәке еҫенә бөтөнләй өйрәнмәгәнбеҙ. Хәҙер соландан һаһыҡ тәмәке еҫе борҡоп тора. Ул ғына ҡалманы, өйгә теләһә ниндәй ирҙәрҙе ҡунаҡҡа йыя. Ишеге ябыҡ бүлмәлә бикләнеп ултырһалар ҙа, тауыштары бар өйҙө күмә: һүгенәләр, оятһыҙ һүҙ һөйләйҙәр...

Ирем өндәшмәгәс, әйтеп ҡарағайным, мине лә һүгенеп әрләп ташланы. “Нимәлер оҡшамаһа бөгөн сығарып ырғытам мин һине! Улыма – бисә, ейәндәргә әсәй табырмын!”-тип ауыҙымды яптырҙы.

Беҙ йәшәгән өйҙөң яртыһынан күберәк хаҡын ул түләгәйне. Шуға күрә улым ҡәйнәмә бер һүҙ әйтмәй. “Тиҙҙән ҡайтып китә бит, түҙ!”- тей ҙә ҡуя. Ә минең түҙергә хәл ҡалманы!

Т.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: