Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
25 Ғинуар 2023, 18:00

Шундай кешеләр ҙә була

Бер көн урамда атайымдың ҡатыны мине теләнселәп йөрөүҙә ғәйепләп, һүгенеп тороп әрләп китте. Илап ҡайтып индем. Һәр саҡ тыныс әсәйем тәүге тапҡыр ярһып китте...

Шундай кешеләр ҙә була
Шундай кешеләр ҙә була

Күңел түренән

Әсәйем атайҙан бер ҡасан алимент һораманы. Мин дә был хаҡта өндәшкәнем булманы. Ҡайһы саҡта тыуған көнөмә ниҙер алып бирә торғайны. Аҡса етмәй киткән саҡта ла, унан ниҙер һорарға намыҫым ҡушмай ине. Колледжда уҡый башлағас, өҫтәмә эш таптым. Әсәйемә ярҙам итә башланым. Бер көн урамда атайымдың ҡатыны мине теләнселәп йөрөүҙә ғәйепләп, һүгенеп тороп әрләп китте. Илап ҡайтып индем. Һәр саҡ тыныс әсәйем тәүге тапҡыр ярһып китте. Ул мине алып атай йәшәгән йортҡа алып китте. Илауҙан шешенеп бөткән мине һәм асыулы әсәйемде күреп тегеләр юғалып ҡалды. Әсәйем ҡатындан мине ни өсөн рәнйетеүен аңлатыуҙы талап итте.

Ул: “Нисек әрләмәҫкә?! Минең ике балам бар! Ә ирҙең ярты аҡсаһы һинең ҡыҙыңа китә!”-тине.

Беҙ аптырап атай кешегә ҡараныҡ. Ул бөршәйеп ҡалды.

“Һинән берәй ваҡыт аҡса һорағаныбыҙ булдымы, һинең ҡыҙыңа бер тин булһа ла биргәнең булдымы?”-тип һораны әсәй.

Ул баш сайҡаны.

Ҡатын урамда күреп әсәйҙән ғәфү үтенергә көсө еткән. “Ғүмер буйы мине “ярты эш хаҡы ҡыҙыма китә” тип алдап йәшәгән. Ә үҙе аҡсаһын йыйып барған”,-тигән.

Ошонан һуң атай тейешле кешегә һуңғы ихтирамым бөттө.

Лена.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: