Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
25 Ғинуар 2023, 19:00

Башымды ташҡа бәрәйемме?

Аҡсаһыҙлыҡ, ярлылыҡ әсәйемде һәр саҡ әрләшкән, ваҡытынан алда ҡартайған ҡатынға әйләндергәндер. Беҙҙең бер ҡасан да серләшкәнебеҙ, уның мине ҡосаҡлағаны, һыйпағаны булманы. Нимә эшләһәм дә, яратманы...

Башымды ташҡа бәрәйемме?
Башымды ташҡа бәрәйемме?

Күңел түренән

Мин совет заманы осоронда тыуып үҫкән кеше. Атайым эсә торғайны. Эшләп йөрөһә лә, әсәйемә бер ҡасан да аҡса бирмәне. Әсәй беҙҙе – өс балаһын үҙенең йыйыштырыусы аҡсаһына үҫтерҙе. Аҡсаһыҙлыҡ, ярлылыҡ әсәйемде һәр саҡ әрләшкән, ваҡытынан алда ҡартайған ҡатынға әйләндергәндер. Беҙҙең бер ҡасан да серләшкәнебеҙ, уның мине ҡосаҡлағаны, һыйпағаны булманы. Нимә эшләһәм дә, яратманы. Үҫмер осорона еткәс битемә һытҡылар сығып бөттө. Ошонан һуң әсәйем миңә бөтөнләй көн күрһәтмәй башланы, туҡтауһыҙ мине: “Ҡурҡынысһың, битең баҡаныҡы кеүек!”-тип ситкә этте.

Әсәйемдең ошондай мөнәсәбәте булғанғамы, һәр саҡ “ҡыҙым тыуһа ине, мин уны яратыр инем” тигән хыял менән йәшәнем.

Эскән атайҙан, яратмаған әсәйҙән ҡасып иртә кейәүгә сыҡтым. Тик ирем дә эсте һәм мине туҡманы. Шулай бер туҡмағанында ауырым төштө. Айырылып икенсе кешегә кейәүгә сыҡтым. Ниһайәт, хыял иткән ҡыҙым тыуҙы. Тик уға өс йәш булғанда ирем мәрхүм булды. Башҡа кейәүгә сыҡмай, үҙемде ҡыҙыма бағышланым. Үҙем ашамаһам – ашаманым, кеймәһәм – кеймәнем, әммә ҡыҙымдың бар теләгән нәмәһе алдына ғына килеп торҙо. Балам мәктәпте, унан юғары уҡыу йортон уңышлы тамамланы. Бик бай, етеш йәшәгән ғаиләнән булған егеткә кейәүгә сығып, ҙур ҡалала йәшәйҙәр. Мин һаулығым ҡаҡшап йыш ауырый башланым, инвалидлығым бар. Пенсиям бик бәләкәй. Ҡыҙымдың аҡсаһы мул икәнен белгәс, ай һайын миңә 2 мең һум күсереүен үтендем. Ул: “Мин һинең үҙемдең әсәйем булыуыңды бөтөнләй тоймайым. Һин минең өсөн бер кем дә түгел!”-тип телефонын һүндерҙе.

Күпме шылтыратһам да, алмай...

Ни өсөн бала саҡтан шундай бәхетһеҙмен икән?! Хатта кредит артынан кредит алып, үҙем аслы-туҡлы булып үҫтергән ҡыҙым да минән баш тартты. Ни өсөн йәшәргә миңә был донъяла?..

М.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: