Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
21 Ғинуар 2023, 19:00

Йәшәп туя алмайым

Ике айҙан шылтыратып, кире ҡабул итеүемде ялбарҙы. Мин ҡурҡып киттем был ҡайтып ҡуймаһын тип. Юҡ та юҡ тип телефонды һүндереп ҡуйҙым. Бер айҙан миңә бының һөйәркәһе килгән...

Йәшәп туя алмайым
Йәшәп туя алмайым

Күңел түренән

Ирем менән 20 йыл бергә йәшәүҙе билдәләргә йыйынғанда уның һөйәркәһе барлығын белеп ҡалдым. Бер кис телефонын өҫтәлгә һалып сығып ките һәм уға бер-бер артлы смскалар килә башланы. Бер ҡасан да иремдең телефонына тығылғаным булманы. Әммә фотолар килеүен аңлап, ҡыҙыбыҙ ебәрәме икән тип уйланым. Ҡыҙыбыҙ Питерҙа уҡый, бик һағындыра, шулай фото, видеоларын ҡарап ҡына тынысланып йөрөйөм инде. Телефонды алып асып ебәрһәм, унда бер йәш ҡатындың фотолары! Тәүҙә халатта, унан халатын ысҡындырған, күкрәксә менән трусикта, унан уларын сисеп... Тьфу, оятһыҙ! Таныным үҙен, ҡалабыҙ бәләкәй бит. Әлбиттә ул минән ун йәш самаһына йәш, айырылған. Бер балаһы бар. Матур ҡатын, бик матур. Үҙемде көҙгөгә ҡараным, таушалған һымаҡмын, һимергәнмен, өҫтөмдә нисәмә йылдар кейгән халат...

Ирем килеп инде. Телефонын тотоп, түгелеп илап ултырғанымды күреп, барыһын да аңланы. “Үҙең ғәйепле! Белгәнең ашарға бешереү ҙә, өй йыйыштырыу! Ҡасан һинең менән нормально бергә ятып йоҡлағаныбыҙ бар. Башың ауырта йә арыған булаң! Ә ир кешегә ҡатын кәрәк, матур ҡатын! Ә һин торғаны менән ҫыйыр! Һинең менән бергә ятҡы ла килеп тормай”-тип үҙемде әрләп ташланы.

Шул саҡта иремдең күптән минең менән түшәк уртаҡлашҡаны булмағаны хәтергә төштө. Бына нимәлә икән эш? Мин – яман, һөйәркә – матур. Сығып китте.

Ике айҙан шылтыратып, кире ҡабул итеүемде ялбарҙы. Мин ҡурҡып киттем был ҡайтып ҡуймаһын тип. Юҡ та юҡ тип телефонды һүндереп ҡуйҙым. Бер айҙан миңә бының һөйәркәһе килгән. “Зинһар, кире ҡабул ит иреңде! Мин уның менән йәшәй алмайым. Сығып кит тип ҡыуһам, һин үҙең ҡатын менән минең араны болғаның, хәҙер ул мине ғәфү итмәй, мин ҡайҙа барырға тейеш, ти. Туҡтауһыҙ талашабыҙ. Юҡ, мин ир менән йәшәй алмайым”ти был.

Көлдөм дә, минең биттән мыҫҡыл итеп йөрөгәндә шәп инегеҙ бит тип ҡыуып ебәрҙем. Эйе, ирҙе бит ул балалай тәрбиәләп йәшәтеп өйрәткән инем. Хәҙер ир ҡайтып ҡуймаһын тип ҡурҡып йөрөйөм. Сөнки рәхәтлектең сигенә еттем. Ҡыҙыма Питерға барып, рәхәтләнеп иң матур ерҙәрҙе ҡыҙырҙыҡ. Иргә гел итле-ҡамырлы бешерә инем, хәҙер үҙем яратҡан йәшелсә, емеште генә ашап, еңеләйеп киттем. Осоп йөрөйөм. Барыһы ла йәшәреп, матурайып киттең ти. Ирһеҙ йәшәүе ҡайһылай рәхәт икән дә ул! Шулай ҙа күңел өсөн генә, онотҡанда бер осрашырға, берәү менән танышырмын тейем. Сөнки күҙ атыусылар ҙа күп хәҙер. Һауыт-һаба, аш-һыу әҙерләү, ир тәрбиәләү менән үҙемде бөтөргәнмен икән. Хәҙер йәшәп туя алмайым. Күҙҙәрем асылып ҡалды. Көҙгөнән күҙҙәре янып торған, хатта матур, шәп ҡатын ҡарай миңә. Ә иремдең һөйәркәһен ысын күңелдән йәлләйем. Урамда күргәйнем, бөтөп, таушалып киткән. Донъя алмаш килә шул!

М.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: