Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
5 Декабрь 2022, 19:05

Төндә кемдер йөрөнө

Кейәү эсә, уны туҡмай, ә ул шулай булырға тейеш тигән һымаҡ йәшәй. Ярай, китергә урыны булмаһа, бар туғандар уға ярҙам итергә әҙербеҙ. Юҡ, аңламай, зомби кеүек мин уны яратам тип тик йөрөй. Ҡулын һындыра һуҡҡас, һеңлемде илата-илата алып ҡайтып киттем. Беҙ һеңлемдән бер урам аша йәшәйбеҙ...

Төндә кемдер йөрөнө
Төндә кемдер йөрөнө

Һеңлемдең тормошо пыран-заран килгәс, ҡыҫылырға булдым. Кейәү эсә, уны туҡмай, ә ул шулай булырға тейеш тигән һымаҡ йәшәй. Ярай, китергә урыны булмаһа, бар туғандар уға ярҙам итергә әҙербеҙ. Юҡ, аңламай, зомби кеүек мин уны яратам тип тик йөрөй. Ҡулын һындыра һуҡҡас, һеңлемде илата-илата алып ҡайтып киттем. Беҙ һеңлемдән бер урам аша йәшәйбеҙ. Унан күрше инәй “Һин уны хәҙрәттән өшкөртөп ҡара” тине.

Алып барҙым. Хәҙрәт: “Һеңлегеҙ менән ныҡ булышҡандар, сихыры бар” тине. Шулай дауалай торғас һеңлем тыныс йоҡлай башланы. Күҙҙәре асылды: “Апай, мин ниңә уның менән йәшәнем икән! Ул бит бер ҡайҙа ла эшләмәй, өҫтәүенә минең бар эш хаҡымды тартып ала”-тип иланы. Һеңлемдең туҡмалыуҙан күгәреп бөткән тәнен ҡосаҡлап иланым.

Сихыр тураһында. Кейәү ҡартәсәйе менән йәшәй. Ул әбей һикһәнгә етеп бара инде. Тәүҙә ул һеңлемдең килен булып төшөүенә ҡаршы килде. Унан яҡшы эштә эшләүен, эшлекле булыуын күреп сат йәбеште. Бергә йәшәнеләр. Кейәү һеңлемде туҡмағанда көлөп тик ултырған икән. Күршеләре әбейҙең һеңлемдең бер аяҡ кейемен алып барып һыуға ташлап йөрөгәнен күргән. Үҙе әллә нәмә һөйләнә-уҡына ти.

Һеңлем миндә йәшәп, йылмая-көлә башланы. Бер төн ишекте кемдер тырнағанға уянып киттем. Бесәй икән тип барҙым да астым. Ҡараһам ике бесәй ҙә өйҙә. Аптыраным да, кире яттым. Иртәнсәк тышҡа сыҡһам өйөм алдында матур ғына тере роза сәскәһе ята. Шунда уҡ шикләндем ниңәлер. Ҡул менән алмай, ситкә типтем. Боролоп ҡарағанымда күршенең кәзәһе шул розаны ашап торғанын күрҙем. Икенсе көндө кәзә ятып үлде. Күрше “ветеринар ҙа саҡыртып өлгөрмәнем, әллә нәмә булды” тип илап йөрөнө. Хәҙрәткә тағы ике мәртәбә барып ҡайтҡас кейәүҙең ҡартәсәһе ауырып түшәккә ятҡанын ишеттек. Өлкән кеше сихыр менән булыштымы икән ни? Уның бит намаҙ уҡып, мәңгелек донъяны ғына уйлап ултыра торған мәле. Нимә уйларға ла белеп булмай...

Н.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: