Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
24 Ноябрь 2022, 22:00

Кирәмәт

– Тәскирәне әйтәм, йәшерен-батырын түгел, һүҙсән, ағасауыҙ икәнен беләбеҙ, әммә был ҡәҙәр ҙә ҡара эсле тип уйламай инем. Кисә ҡоҙағыйҙарға инһәм, был да шунда. Ауыҙ тултырып «Гөльямал әсәһенең үлер алдынан башын ярған, эй йәлләнем инде...» тип һөйләп ултыра, һүҙ ҡыҫтырып аңлатмаҡ булам, иманһыҙ нәмә, һаман үҙенекен тылҡый, ауыҙҙы ла астырмай...

Кирәмәт
Кирәмәт

Өйөнә ахмалға төшөп ҡайтып ингән Гөльямалды күршеһе Сибәрбикә инәй күҙе йәшкәҙәп ҡаршы алды:

– Ҡайтып, тауыҡтарыма, бәпкәләремә ем генә һалып килдем, балаҡайым. Хәл өҫтөндә ятҡан әсәйең күҙ менән ҡаш араһында нихәл итеп урынынан торған, нихәл итеп башын бәреп өлгөргән мейес ҡашағаһына. Инһәм, башы ҡанһырап, иҙәндә ята, әлдә анау ил мөстәне Тәскирәне күреп ҡалдым, уны саҡырып индереп, икәүләп саҡ йәтешләп һалдыҡ һикегә...

Сәй эсереп, йомалап, көскә тынысландырҙы ҡарсыҡты Гөльямал. Яңғыҙ шул, балалары таралып бөттө, бабайы ла ике йыл элек мәрхүм булып ҡуйҙы, өйҙән әҙ генә ситкә атланымы – көнө күршеләренә төшә. Аҙна буйы һикенән дә тормаған әсәһенең бөгөн килеп үҙе юҡта түшәгенән ҡалҡыныуын әйт. Ана, телдән ҡалып, йәнә иҫһеҙ булып ята.

– Инәй, күрше ауыл муллаһын саҡырҙым. Килергә вәғәҙә биреп ҡалды. Үҙебеҙҙең мулла булмауы бигерәк ҡыйын. Ул килгәнсе, үҙем ясин сыға торайыммы икән әллә?

– Шулай ит, балаҡайым, Аллам һаҡлаһын, ясинһыҙ үтеп китмәһен. Бар, бар, ҡойоноп-сайынып сыҡ, мин ҡарап ултырып торайым...

Гөльямал, ғөсөл ҡойоноп, әсәһенең ҡартлыҡ ныҡ ҡаужытҡан, йоҡарған кәүҙәһе янына ултырып, белгән сүрәләрен, китаптан ҡарап ясин сүрәһен аҙағынаса уҡып та өлгөрмәне, мулла ла килде. Ул ясин сыҡҡанда, әсәһе йыш-йыш тын ала башланы, уҡып бөтөүгә йөҙө асылып, тынысланғандай итте, таң атыуға был донъяларҙы ҡалдырып китеп тә барҙы. Бахырҡайың, әйтерһең, шул ясинды ғына көтөп ятҡан.

Ҙур йортонда, етемһерәп, япа-яңғыҙы тороп ҡалды Гөльямал. Медпунктта йыйыштырыусы булып эшләй. Ярты көнө эштә, ярты көнө йә баҡсаһында, йә ҡураһында себеш, бәпкәләре менән мәж килеп үтә, ә бына кис еттеме – толҡаһыҙ күңеленә урын таба алмай. Күҙен йоҡо алмай, уйы менән үткәндәрҙе мең урай, ҡайһы саҡта таңға ҡарай ғына ойоп китә.

Бер көн шулай көтөүҙән ҡалып, һыйырын ҡыуып ҡайтып килһә, урамда бәпкә көтөп ултырған Сибәрбикә инәй үҙ янына саҡырып туҡтатты.

– Тәскирәне әйтәм, йәшерен-батырын түгел, һүҙсән, ағасауыҙ икәнен беләбеҙ, әммә был ҡәҙәр ҙә ҡара эсле тип уйламай инем. Кисә ҡоҙағыйҙарға инһәм, был да шунда. Ауыҙ тултырып «Гөльямал әсәһенең үлер алдынан башын ярған, эй йәлләнем инде...» тип һөйләп ултыра, һүҙ ҡыҫтырып аңлатмаҡ булам, иманһыҙ нәмә, һаман үҙенекен тылҡый, ауыҙҙы ла астырмай...

Былай ҙа күңеле болоҡһоп йөрөгән ҡатындың өҫтөнә бысраҡ һыу ҡойғандай булдылар. Ҡулындағы таяғын атып бәрҙе лә, ярһып типкән йөрәген усы менән баҫып, сағылдағы зыяратҡа менеп китте. Туҡтатырға тырышып, Сибәрбикә инәйҙең ҡысҡырғанын яҙа-йоҙа ғына ишеткәндәй булды. Ғәрлегенә, йөрәгенең әрнеүенә сыҙай алмай, әсәһенең ҡәберенә барып ауҙы:

– Улай түгел бит, әсәй! Нишләп кешеләр шул ҡәҙәре ҡаты бәғерле икән? Әсәй, әсәкәйем, улай түгел бит! Ауыр һүҙ әйткәнем дә булманы бит һиңә!

– Хәййә ғәләс-саләәһ! Хәййә ғәләл-фәләәх! Ләә иләәһә илләл-лаааһ!..

Был доғалар зарлана-зарлана үкһегән ҡатындың ҡолағына ҡайҙандыр алыҫтан ишетелде. Тора-бара тауыш яҡынайҙы, эргәһенә үк килеп етте һәм ҡапыл ҡарға ҡарҡылдауы менән алмашынды. Гөльямал һиҫкәнеп башын күтәргәйне, йөрәге жыу итеп ҡалды – әсәһенең ҡәбере өҫтөндәге ташы, уратылған ҡоймаһы һауаға күтәрелеп, зыр-ғәләмәт килеп әйләнә. «Сағым, буғай был» тип, Гөльямал күҙҙәрен сытырҙатып йомдо, кире асҡанда ҡойон, дыулатып, зыярат эсендәге күбәләрҙең баштарын туҙҙырып, Оло кисеү яғына китеп бара ине. Нисек һикереп торғанын, зыяраттан нисек сығып йүгергәнән һиҙмәй ҙә ҡалды. Зыяраттан йүгерә-саба ҡайтып килгән ҡатынды картуф утап йөрөгән ауылдаштары сәйерһенеп күҙәтте.

Атын етәкләп ҡаршы килгән йәш кенә ир Гөльямалдың ҙур асылған күҙҙәрен, аҡ ҡағыҙҙай йөҙөн күреп, шомланып, ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай, урынынан ҡуҙғала алмай, артынан байтаҡ ҡарап торҙо. Ә ҡатын һис кемде күрмәне, һис нәмә ишетмәне, өйөнә ингәс кенә иҫенә килгәндәй булды.

«Нишләп күтәрелде һуң әле ул зыяратҡа? Нимә булды һуң әле был? Хоҙайым Тәғәләм, кирәмәт күрһәттең бит миңә, баҡыйлыҡҡа күскән әруахтарҙы донъяның сүп-сары менән борсоп йөрөмә, тиеүең инде...» – башына килгән тәүге уйы шул булды. Аҙаҡ, ғөсөлләнеп, Аллаһы Тәғәләнән, әсәһенән ғәфү үтенеп, оҙаҡ итеп намаҙ уҡыны Гөльямал.

Аҙна, ун көн үттеме-юҡмы, башы шау ҡан булып, Тәскирә килеп инде.

– Апай, бәйлә әле, ҡыҙым ҡайсы менән бәреп тиште. Дилдалайҙа йөрөй торғас, кәрәген тапҡан – эсеп ҡайтҡан, әрләгәйнем – оҡшатманы.

– Ҡылған ҡылыҡтарыңдың ғөҙөрөн күтәрәһең, ҡаҡлығып үҙеңә килде, Тәскирә. Ауыр сағымда нисек рәнйеттең мине, ә хәҙер, йомошоң төшөп, үҙең индең...

– Асыуланма инде, апай. Ҡайһы берҙә телем һөйләгәндәргә үҙемдең дә һуш китә, – ҡатын ихахайлап көлөп ебәрҙе. Гөльямал уны тағы әрләргә уйлағайны, кире төңөлдө, ни тиһең инде бындай бәрҙе-орҙо эт ҡайышына, асыуланам тиһәң, асыуланып та булмай хатта.

Алабарман Тәскирә башын бәйләтеп сығып китте, ә Гөльямал яҡшылыҡты ла, яманлыҡты ла Аллаһы Тәғәләнең яуапһыҙ ҡалдырмағанына йәнә бер ҡабат инанды, йәнә бер ҡабат Хоҙай ебәргән һынауҙы, сабырһыҙланып, оло бәхетһеҙлек күреп, тыу һымаҡ ялбыратып йөрөгәне өсөн үкенеп, ғәфү үтенде...

Әлисә НИҒМӘТУЛЛИНА. Ишембай районы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: