

Сәлимәнең тыныслығын тефонға килгән СМС боҙҙо. "Һеҙҙең ирегеҙҙең һөйәркәһе бар. Әле улар кисте бергә үткәрәләр..."
Ебәреүсеһе лә ят номер бит әле. Кире шылтыратып ҡараны, әммә теге яҡтан "Абонент не доступен" тип кенә яуап бирҙеләр. Күпме генә шылтыратып маташмаһын, яуап булманы.
Ултырып буҫлыҡҡансы илап алды. Унан яйлап йөрөп иренең әйберҙәрен сумкаларына тултырҙы. Һыймағанын тоҡҡа һалды ла ишек төбөнә теҙҙе.
Кәйефһеҙ генә ҡайтып ингән ире һис һүҙһеҙ әйберҙәрен машинаһына ташыны ла ҡуҙғалып китте. Быны көтмәгән Сәлимә йәнә үкһеп иларға тотондо. Нисек инде? Исмаһам һөйләшеп тә торманы. Ошолай аңҡы-тиңке йөрөп аҙна үтеп китте. Унан икенсеһе... өсөнсөһө... Ай буып китте. Инде башы ҡатҡан Сәлимә Зарифтың дуҫы Фирғәткә шылтыратырға булып китте.
-- Сәләм!
-- Сәләм!
-- Фирғәт, Зариф ни хәлдә? Кем менән һәм ҡайҙа йәшәп ята ул?
-- Ҡайҙа булһын, эшендә инде. Мин ваҡытлыса үҙемә саҡырып ҡараным, баш тартты. Эштәге келәттә, шунда ипләп кенә йоҡлап йөрөй. Һаҡал-йөн баҫып китте. Ҡарауы ҡурҡыныс...
Ышанманы. Ҡулындағы телефонды тотоп уйланып ултыра бирҙе лә, Зарифтың үҙенә шылытыратырға булды.
-- Һаумы, Зариф! Хәлдәрең нисек?
-- ...
-- Ниңә өндәшмәйһең? Ҡайҙа йөрөйөң? Әйҙә осрашайыҡ әле. Тыҡрыҡтағы кафела сәғәт киске етелә көтәм, -- тине лә яуапты көтөп тә тормай телефонын һалып ҡуйҙы.
...Килерме, юҡмы? Йөрәге урынында һис кенә лә түгел. Шулай ҙа иң матур күлдәген кейҙе. Сәсенә прическа яһаны. Бына эш тамам. Буянырға ғына ҡалды. Көҙгөгә ҡарап үҙенә һоҡланып ҡуйҙы. Унан иренә асыуы ҡайнай башланы.
Кафеға тирләп, һаһып бөткән Зариф килеп инде. Ҡатынаны иң татлы ризыҡтарҙы алып килеүҙәрен һораны, ә үҙенә 1 стакан һыу ғына алды. Официантҡа мул итеп түләргә лә онотманы.
-- Зариф, нимә булды? Ниңә беҙ был хәлдә? -- тип һорауҙарын яуҙыра башланы.
Зариф ғәфү үтенәһе урынға стакандағы һыуҙы ҡатынының битенә һипте лә:
-- Уйнашһың икән! -- тип бышылданы.
Күҙ йәштәренә быуылған Сәлимә сығып йүгерҙе. Был төндө лә ул илап үткәрҙе.
Икенсе көн йәнә Фирғәткә шылтыратты.
-- Фирғәт мин бер нәмә лә аңламайым. Зариф ни өсөн мине күрә алмай. "Уйнаш"тан ғына һалдыра?
― Нисек? Белмәмешкә һалышаңмы әллә? Зарифтың өҫтөнән йөрөй, тип теге ул сығып киткән төн СМС килде. Кемдән икәне билдәһеҙ.
― ...А... Миңә лә тап шундай СМС килде...
― Бәлки һеҙҙең араны ғына бутарға уйлағандарҙыр. СМС килгән номерҙы ебәр әле. Бер дуҫ бар, ул шундай номер кемдең паспорты менән алынғанын асыҡлай ала.
Йәнә бер аҙна үтте. Эштән ҡайтҡан Сәлимә телевизор алдына ҡунаҡланы. Ҡулына һис кенә лә эш бармай. Ишектә ҡыңғырау уйнаны. Һорап та тормай ишекте асты.
― Зариф! Һин нисек...
― Ғәфү ит мине. Айына төшөнмәйсә ят телефондан килгән СМС-ҡа ышанғанға. Һинең "әхирәт" тигән кешең ебәргән. Айырырға уйлаған ахыры беҙҙе.
Йәштәр бер-береһенең ҡосағына һынынды. Инде улар кеше һүҙенә ышанып, башҡаса улай йөрөмәҫтәр инде...
Эльмира Кейекҡужина.