Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
8 Сентябрь 2022, 13:50

Ауырыу булып ҡалғанмын...

Бала саҡта күргән-кисергәндәрем мине ауырыу иткән, шикелле. Шуның арҡаһында ирем мине айырырға әҙер. Нимә эшләргә лә белмәйем...

Ауырыу булып ҡалғанмын...Ауырыу булып ҡалғанмын...
Ауырыу булып ҡалғанмын...

Күңел түренән

Бала саҡта атайымдың әсәйемде һөйрәп йөрөп туҡмағанын күреп үҫтем. Илай торған инем, әммә ҡурҡып әсәйҙе яҡлаша алманым. Әсәй ниңә түҙә икән тип аптырай инем. Быны мин үҙем кейәүгә сыҡҡас аңланым.

Ирем яҡшы кеше минең. Тыныс ҡына йәшәп киттек. Әммә мин ул миңә ҡулын күтәрһен өсөн барыһын да эшләйем. Кәмһетәм, алама һүҙҙәр әйтәм, сәрелдәйем, өҫтөнә менеп барам. Ул мине этеп ебәрһә, рәхәт булып китә. Берҙе ныҡ алама һүҙҙәр әйткәйнем, битемә сәпәп ебәрҙе. Ошонан һуң рәхәтләнеп иланым да, миңә рәхәт булып ҡалды. Матур йәшәп ятабыҙ ҙа, шул скандалды юрамал сығарып-сығарып алам. Шунһыҙ донъям теүәл түгел. Күрәһең, бала саҡтағы күргәндәрем мине шундай иткәндер.

Ирем кисә: “үҙең ненормальная булғаның етмәгән, мине лә псих итеп бөтөп бараһың, айырылабыҙ”,-тип сығып китте.

Уны нисек туҡтатырға? Хәлемде нисек аңлатырға? Иремде ныҡ яратам.

У.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас