

Таныштарымдың балаларына яңынан-яңы кеҫә телефоны, башҡа гаджеттар, компьютер, кейем һ.б. алыуын ҡарайым да, аптырайым. Был телефоны әле эшләй, ә улар өҙөнөп-йолҡоноп тағы ала. Унан балаларының бер ҡайҙа ла эшкә урынлаша алмағанына, туҡтауһыҙ һораныуына зарлана. Улым да, ҡыҙым да бала саҡтан эшләп үҫте. Аҡса кәрәк булһа, баҡсалағы емеш-еләкте, йәшелсәне һатырға алып сыҡтылар. Баҡсаны ла үҙҙәре тәрбиәләне. Мәктәп йылдарында уҡ эшләй башланылар. Яҙғыһын улым кешеләргә ер ҡаҙырға йөрөнө. Бер көн ҡайтып һеңлеһенә: “Мин ер ҡаҙып йөрөһәм, өйҙәренән 20-25 йәштәр тирәһендәге улдары килеп сыҡты. Ниңә ул ҡаҙымай икән?”-тип аптырап һөйләгәнен ишетеп ҡалдым. Миңә һөйләмәйҙәр, сөнки кешене тикшереү беҙҙең йортта иң алама күренеш булып һанала. Хәҙер студент булған балаларым икеһе лә юғары стипендия ала һәм эшләй. Яңғыҙым үҫтергән улым, ҡыҙыма һәр саҡ әйберҙең ҡәҙерен белергә, алдашмаҫҡа, урлашмаҫҡа ғына өйрәттем. Бер ҡасан да юҡ аҡсаны бар итеп, кредит алып, уларға ҡиммәтле нәмәләр алманым. Башҡаларҙан кәм булып үҫмәнеләр барыбер. Шуға күрә артығын алып биреп балаларығыҙҙы үҙегеҙ шаштыраһығыҙ, ата-әсәләр!
Э. Нурғәлина.