

Кәңәш һорайым
Уҡыу башланыу менән минең проблемам, дөрөҫөрәге тағы ла ҡыҙымдың проблемалары башланды. Ун бер йәшлек ҡыҙыбыҙ хәҙер 70 килограмға етеп бара. Холҡо ла бик ауыр. Күрәһең, башҡалар уға ташланмаһын өсөн үҙе беренсе булып талашып-һуғышырға өйрәнеп алғандыр.
Уның ҡапыл һимерә башлауы һуңғы ике-өс йылда башланды. Тағы өс ҡыҙыбыҙ бар. Улар тал сыбығындай нәҙек кенә. Үҙем дә һимеҙ түгел. Ирем яғынан апайҙары һимеҙ былай. Бәлки, шуларға тартҡандыр. Былтыр йыл буйы мәктәпкә йүгереп барып йөрөнөм. Ҡыҙым кем менәндер һуғыша, талаша, тартҡылаша, ҡайтып илай. Мин өйҙә ултырам. Шуға күрә мәктәпкә миңә йүгерергә тура килә. Атаһы ҡул һелтәй ҙә ҡуя. Әммә ҡыҙымдың илауын күреүе миңә бик ауыр. Өйҙә лә апай-һеңлеләренә көн күрһәтмәй.
Ҡыҙымдың ашауын сикләп маташам. Өйгә шоколад, печенье кеүек нәмәләрҙе бөтөнләй алмайым. Әммә ул барыбер аҡса таба, төрлө бургер, пицца, хот-догтар ярата. Шуларын ашамаһа – ауырып китә. Бер туҡтауһыҙ илай. Бер бәләкәй баланың бар ғаиләнең тормошон тамуҡҡа әйләндереүе ҡот осмалы бит. Ашаған һайын ыҙғыш сыға. Сөнки ул аш, бутҡаларҙан баш тарта, мин һатып алған ҡара икмәкте иҙәнгә атып бәрә лә, ағын һорай. Апай-һеңлеләре йәһәт кенә тороп китә. Сөнки уның менән һөйләшеп булмай! Кемдер замечание эшләһә, һуғып ебәреүе лә бар. Ирем беҙҙең менән бөтөнләй өҫтәл артына ултырмай башланы. “Эштә арығаным да еткән” ти.
Хәҙер көндәр эҫе тора. Ҡыҙым һимеҙ булғас ныҡ тирләй, ә йыуынырға ҡушһаң – тыңламай. Шуға күрә янына барырлыҡ түгел, алама еҫ сыға. Мин шул тиклем арыным был хәлдәрҙән.
Әхирәтем миңә ҡыҙымды интернатҡа уҡырға бирергә кәңәш итте. “Ятаҡта йәшәй, каникулға ғына ҡайтасаҡ, ашауҙары ла тик бутҡа һәм шуның кеүек файҙалы аҙыҡ. Ябығасаҡ та”,-ти.
Тәүҙә ҡыҙымды йәлләй инем. Хәҙер, бәлки, ысынлап та шулай уны интернатҡа тапшырырғалыр тип уйлай башланым. Исмаһам, өйҙәгеләр еңел тын алып ҡалыр ине. Үҙем дә ял итеп ҡалыр инем. Нимә эшләргә икән? Тағы бер-ике ҡыланышынан һуң ысынлап та интернат эҙләргә тура килерме икән?
Л.