

Өйләнешкәс, Өфө ҡалаһына күсенеп, ҡәйнәм исеменә алынған ипотекалы фатирҙа йәшәй башланыҡ. Ипотеканың ҡәйнәм исемендә икәнен өйләнешкәс кенә белдем. Иремдең минең менән уртаҡ фатир алғыһы килмәне. Бына шунан башланды инде ғәләмәттәр. Ипотека ҡәйнәм исемендә, түләүен беҙ түләйбеҙ. Ә ҡәйнәм үҙен фатирҙа батшаларса тотто. "Мин алдым, мин тырыштым,"--тип әйтә ине. Йыһаздарҙы ла үҙе теләгәнсә алып ҡуйҙы хатта. Миңә иркенләп һулыш алырға ла бирмәй ине, үҙ асҡысы менән теләһә ҡасан асып инде, бикләп сығып китте. Ике аҙнаның береһендә беҙгә килеп етә ине. Ауылдан ҡалаға тиклем өс сәғәтлек юлды үтергә нисек йыбанмағандыр. Малайын бик ярата, уның яйына ғына булды. "Улым эшләй", "Улым арый", "Улым ял итһен, улымды борсома,"--тип кенә торҙо.
Туйҙан һуң өс көн үткәс, ирем беренсе тапҡыр ҡул күтәрҙе. Ҡәйнәм беҙгә ҡунаҡҡа килгәйне. Ҡәйнә менән менән улай яҡындан аралаштыҡ тип әйтә алмайым. Шулай булһа ла, килде лә ултырҙы. Ул көндө ирем эштән ғәҙәттәгесә ҡайтты. Башҡа ирҙәр нисектер, минең ирем эштән ҡайтҡас, кейемдәрен йыймай, теләһә ҡайҙа ташлай торғайны. "Ташлама кейемдәреңде, бер урынға йыйып ҡуй,"--тип әйтә килдем. Был юлы ла: "Йәнем, кейемдәреңде йыйып ҡуй әле, һин үҙеңдең артыңдан йыйып йөрөһәң, миңә лә яҡшы булыр ине,"--тинем. Ирем бер һүҙһеҙ ризалашты. Тик был һүҙҙәр ҡәйнәмә оҡшаманы, яныма осоп килеп етте лә, мине ялҡаулыҡта ғәйепләй башланы. "Һин бында нимә өсөн?! Мин улымдың кейемдәрен үҙем йыя инем, улымды үтекләнмәгән кейем менән дә йөрөткәнем юҡ,"--тип, иларға уҡ тотондо.
Мин өндәшмәнем. Ирем менән ҡәйнәмде тынысландырырға тырыштыҡ. Әммә ул ҡыҙғандан-ҡыҙҙы: "Һиңә нимә етмәй, яландай фатир, өр-яңы йыһаз, һин хәҙер рәхәтләнеп беҙгә хеҙмәт итергә тейеш!"--тимәһенме. Был һүҙҙәрҙән аптырап ҡалдым. Шулай итеп, мине килмешәк итеп ҡалдырҙылар. Уларҙың фатиры булмаһа, беҙ нимә эшләр инек икән. Тамаҡҡа төйөр тығылды. "Мин кемгәлер хеҙмәт итергә ҡол түгел, үҙ кейемен үҙе йыймаҫҡа, ул бәпәй түгел,"--тинем. Ә ҡәйнә тынысланырға уйламай ҙа. Мине рәхмәтһеҙ, тәрбиәһеҙ һәм оятһыҙ журналист тип атаны. Мин журналистика факультетында уҡып йөрөйөм, буласаҡ һөнәремдең ни ҡатнашы булғандыр, уныһын аңламаным. Мин ғәфү үтендем һәм икенсе бүлмәгә сығып киттем. Ҡәйнәм ярһып илап ҡалды.
Бер аҙҙан ирем эргәмә инде һәм мине ғәйепләргә тотондо. "Әсәй әйткәнсә эшлә,"--тине. Ләкин мин дә асыулы инем, өндәшмәй ҡала алманым. Бәлки, дөрөҫ тә эшләмәгәнмендер, бик ныҡ ҡысҡырыштыҡ. Ирем ярһып, мине стенаға этеп ебәрҙе, башым менән төкөп, һығылып төштөм. Ҡәйнә барыһын да ишетеп торҙо һәм бер һүҙ әйтмәне. Шунан һуң улар бер нимә булмағандай йоҡларға ятты. Ә мин төнгө ун берҙәрҙә фатирҙан сығып йүгереп, үҙемдең тыуған ауылыма ҡайтып киттем.
Был хәлдән һуң ҡәйнә үҙ ғәйебен танып, ғәфү һорап килде. Иремдең янына ҡайтырға ҡушты. Ирем дә ғәфү үтенде, әммә артымдан килмәне. Өйләнешеүебеҙгә бер аҙна ғына бит әле. Ғәфү иттем, кире ҡайттым. Ҡабат ҡул күтәрер тигән уй ҙа булды. Тик был хәлдәр ҡабатланмаҫ тип ышандым, өмөтләндем. Сөнки иремде ысынлап та ярата инем.
Икенсе тапҡыр ҡул күтәргәндә ауылда инек. Минең әсәйҙәрҙә йоҡлап, икенсе көндө уның әсәләренә киттек. Бер аҙ ауырып тора инем, хәлем юҡ ине. Ҡайтып индек. Шунда иремдең атаһы, беҙҙә йоҡлаған өсөн: "Улым, һин кейәүгә сыҡҡанһың икән,"--тип ҡуйҙы. Атаһының шул һүҙҙәренән ирем ярһыны, мине һөйрәп алып сығып китеп, яңағыма һуҡты. Ауыл урамында сәсемдән тартып йөрөттө, яман һүҙҙәр әйтте. Сараһыҙҙан тағын әсәйҙәргә ҡайтып киттем. Әсәй мине аңламаны, иремдең туҡмауына ышанманы. Әсәй менән атай икәүләшеп:"Түҙ! Айырылып ҡайтаһы булма! Тора алмаҫлыҡ булғас, ниңә барҙың!"--тип ғәйепләнеләр.
Ошо хәлдәрҙән һуң ирем үҙе килеп ялынды, үҙгәрәм тип анттар итте. Әммә кире ҡайтып күп тә үтмәне, шул уҡ хәл ҡабатланды. Туҡмауҙар, быуыуҙар, мыҫҡыл итеүҙәр...Өҫтәүенә, ҡәйнә тыныслыҡ бирмәне. Ул малайын ҡоторта, ә малайы мине туҡмай. Әсәй-атайым янына ҡунаҡҡа ла бара алманым, сөнки ҡәйнә рәхсәт итмәй ине. Уның һүҙе--закон!
Бер йылға яҡын түҙеп йәшәнем. Ләкин былай дауам итә алмауын аңлай инем. Шулай бер көндө эштән ҡайтты ла, ялда тағын үҙҙәренә ҡайтасағыбыҙҙы әйтте. Күңелем тулды. Нисек инде гел һеҙгә генә ҡайтабыҙ, минең атай-әсәйемә лә ҡайтып булышайыҡ, тинем. Китте ҡысҡырыш, тауыш. Тағын быуҙы, башымды стенаға ҡуша һуҡты, этеп ебәрҙе. Арҡам менән карауат башына бәрелдем һәм ауыртыуҙан иҙәнгә бөгөлөп төштөм. Күҙ йәштәренә быуылып, ниндәй кеше һуң һин, тинем. Ул шул тиклем сығырынан сыҡҡан ине, күҙемә тура ҡарап, бысраҡ яуҙырыуын дауам итте. Фатирҙан нисек сығып йүгергәнемде хәтерләмәйем дә. Шул сығып китеүҙән кире ҡайтманым.
Китһәм дә, баштараҡ айырылышырға ғариза бирергә икеләнеп йөрөнөм, һаман да кеше һүҙенән ҡурҡтым. Иремдән китеп өс ай үткәс кенә, ҡыйыулығымды йыйып, судҡа бирҙем. Ул судта барыһын да кире ҡаҡты. Кеше шул тиклем була икән, үҙенең ҡул күтәреүен танырға ла батырлығы етмәне. Суд әлегә тиклем дауам итә, ирем айырылышырға риза түгел.
Хәҙер тормошом әкренләп яйланып килә. Артымдан бик күп йөрөнө, ялынды, иланы. Әммә минең уға ышанысым ҡалманы инде. Минең әсәйҙәр башта бик ныҡ ҡайғырҙылар, шулай ҙа ярҙамдарынан ташламанылар. Тик әсәй әле лә, асыуы килгән һайын: "Кейәүҙә өс көн дә тора алманың,"--тип, ярама тоҙ һала. Уларҙы ла аңлайым, никах туйҙары үткәреп кейәүгә бирҙеләр, улар өсөн дә күңелһеҙ күренеш бит. Уларҙың фекерләүе лә икенсе төрлө шул--кеше һүҙе булмаһын, туғандарҙан оят, түҙергә кәрәк, тип йәшәйҙәр. Башта үҙем да ныҡ уйландым, кеше һүҙенән, таныштар нимә тип уйлар тип ҡурҡа инем. Кейәүҙән ҡайтып, кемгә кәрәк һуң мин тип тә борсолдом. Әммә хәҙер миңә йәшәүе рәхәтерәк һәм тынысыраҡ икәнен бик яҡшы аңлайым.
А.