Хәйерселәр... үрсей

Сиғандың һүҙҙәренән һуң мин ҡапыл үҙемде әхирәтемдең йорто алдында торғанымды күрҙем. Бына әхирәтем килеп сыҡты ла, күршеһенең балаларын әрләй-ҡыуа башланы, уның: “Әллә ниңә ошо хәйерселәр үрсей ул”,-тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡалды...

Хәйерселәр... үрсейХәйерселәр... үрсей
Хәйерселәр... үрсей

Аптыраған өйрәктең һыуға нисек сумғанын беләһегеҙ инде. Мин дә шулай һыҙланыуҙарым бөтмәгәс, сиған ҡатынына йөрөй башланым. Ул әйткән-ҡушҡандарҙы үтәгәс, ысынлап та хәлем яҡшырып ҡалды. Сиғанды ризалатырға барғас, күптән балаға уҙа алмаған әхирәтем иҫә төштө. “Бик әсәй булырға теләй. Бәлки, һеҙ ярҙам итерһегеҙ”,-тинем. Сиған миңә текләп ҡараны ла: “Хоҙай бала бирмәй икән, тимәк, уның үҙ хикмәте бар. Беҙ Унан юғары була алмайбыҙ”,-тине.

Сиғандың һүҙҙәренән һуң мин ҡапыл үҙемде әхирәтемдең йорто алдында торғанымды күрҙем. Бына әхирәтем килеп сыҡты ла, күршеһенең балаларын әрләй-ҡыуа башланы, уның: “Әллә ниңә ошо хәйерселәр үрсей ул”,-тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡалды.

Был күренеш нисек күҙ алдыма килде, шулай юҡҡа сыҡты. Сиған миңә текләп ҡараны. Мин: “Аңланым”,-тинем дә сығып киттем.

И.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас