Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор

Әсәйем ... бандит

Иртәнсәк эшкә йыйынам. Ҡатыным 7 йәшлек ҡыҙыбыҙҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн магазинға сығырға йыйына. Беренсе класҡа барасаҡ балабыҙ тиктормаҫ, уйламаған һорауҙары менән аптырата. Был юлы ла: “Атай, ә кем ул бандит?”-тип һорап ҡуйҙы. Мин нисек ябай итеп аңлатырға икән тип уйланым да: “Үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәгән, әммә башҡаларҙың аҡсаһын тартып алған кеше”,-тинем. Ҡыҙыбыҙ уйланып ултырҙы-ултырҙы ла: “Бына беҙҙең әсәйебеҙ бер ҡайҙа ла эшләмәй, ә һинең аҡсаңды ала. Ул нимә бандитмы?”-тимәһенме! Көлөүемдән нимә тип әйтергә лә белмәнем. Марат.

Әсәйем ... бандитӘсәйем ... бандит
Әсәйем ... бандит

Иртәнсәк эшкә йыйынам. Ҡатыным 7 йәшлек ҡыҙыбыҙҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн магазинға сығырға йыйына. Беренсе класҡа барасаҡ балабыҙ тиктормаҫ, уйламаған һорауҙары менән аптырата. Был юлы ла: “Атай, ә кем ул бандит?”-тип һорап ҡуйҙы. Мин нисек ябай итеп аңлатырға икән тип уйланым да: “Үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәгән, әммә башҡаларҙың аҡсаһын тартып алған кеше”,-тинем. Ҡыҙыбыҙ уйланып ултырҙы-ултырҙы ла: “Бына беҙҙең әсәйебеҙ бер ҡайҙа ла эшләмәй, ә һинең аҡсаңды ала. Ул нимә бандитмы?”-тимәһенме!

Көлөүемдән нимә тип әйтергә лә белмәнем.

Марат.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас