Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор

Бысраҡҡа сумғандай булдым...

Минең компьютер эшләмәгәс, эштә яҡын әхирәт итеп күреп йөрөгән кешемдекенә ултырттылар. Ул үҙе отгулда ине. Кеше компьютерын тиҙ генә белеп булмай бит. Әллә нимәһенә баҫҡайным, баяғы бысраҡ, аноним хат килеп сыҡты. Шунда уҡ миңә кәңәш биргән кешегә йүгерҙем...

Бысраҡҡа сумғандай булдым...Бысраҡҡа сумғандай булдым...
Бысраҡҡа сумғандай булдым...

Күңел түренән

Ни өсөн һиңә яҡын булған, улар өсөн барыһын да эшләргә әҙер булған кешеләр һине ярҙан этеп төртөргә тырыша икән?

Уйламағанда-көтмәгәндә эштә проблемаларым башланып китте. Кеше һымаҡ эшкә һуңлап йөрөмәйем, ваҡытында барам, һуңға ҡалып ҡайтам. Әгәр нимәнелер өлгөрә алмайым икән, ял көндәрендә сығам. Шуға ҡарамаҫтан етәкселектең миңә ҡырын ҡарауын тоя башланым. Күберәк эшләгән һайын, елкәгә күберәк эш өҫтәйҙәр, уның ҡарауы премияларҙан ситтә ҡалам. Унан етәксем саҡыртып алып минең өҫтән аноним хат барлығын белдерҙе. Ундағы бысраҡтан шаңҡып ҡалдым, унан ҡойолоп төштөм, өс төн йоҡламай, туҡтай алмай иланым. Ирем ситтә эшләй, атайым менән әсәйемде борсоғом килмәне. Тик бер изге күңелле кеше (Хоҙайҙың рәхмәте яуһын уға!) аноним хаттарҙың юридик көсө булмауын әйтте. Закон буйынса исем-шәрифле ялыулы хаттар ҙа, авторҙың үҙе һәм уны яҙған кеше саҡыртылып, тулыһынса тикшерелә икән. Яҙыҡ эштәрем булмағас, тынысландым.

Уйламағанда аноним хаттың кемдән булыуын белдем. Минең компьютер эшләмәгәс, эштә яҡын әхирәт итеп күреп йөрөгән кешемдекенә ултырттылар. Ул үҙе отгулда ине. Кеше компьютерын тиҙ генә белеп булмай бит. Әллә нимәһенә баҫҡайным, баяғы бысраҡ, аноним хат килеп сыҡты. Шунда уҡ миңә кәңәш биргән кешегә йүгерҙем. Ул миңә “әхирәтте” судҡа биреп, ҡом түләүле итә алаһың, тине. Закон буйынса ул миңә яла яҡҡан өсөн енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылып, мин һораған суммалағы аҡсаны түләргә тейеш икән. Хәҙер бына уйланып йөрөйөм – нимә эшләргә? Бер яҡтан, уны бар донъяға фаш итеп, аҡылға ултыртып, мине илатҡан өсөн үс алғы килә. Икенсе, яҡтан йәл дә. Хоҙай Тәғәлә барыһын да күреп тора – ул барыбер язаһын аласаҡ. Был фекергә буштан килмәнем. Интернет селтәрендә кеше бер-береһенә ниндәй генә бысраҡ яуҙырмай! Күҙгә ҡарап әйтергә ҡурҡа ундай әшәке йәндәр, ә фейк сәхифәләрҙән йә аноним рәүештә йөрәгеңде үртәп һөйөнә. Кешегә соҡор ҡаҙыһаң, иртәме-һуңмы, үҙең, үҙең булмаһа – балаларың йә яҡындарың шунда төшөп хур буласағын онотмаһағыҙ ине.

Ғәҙилә.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас